Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм бәлә-ҡаза эҙемтәһен бөтөрөү буйынса Волга буйы төбәк үҙәге “Халыҡтың йәшәйеш именлеген тәьмин итеү өлкәһендә иң яҡшы урындағы үҙидара органы” исемле смотр-конкурсҡа йомғаҡ яһаны.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Өфөгә Волга буйы федераль округындағы ҙур ҡалалар араһында беренсе урын бирелде. Сараны ойоштороусыларҙың фекеренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһында йәшәйеш именлеген тәьмин итеү йәһәтенән һөҙөмтәләр яҡшы. Конкурста ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә йылдам эш итеү, тәжрибә, персоналды уҡытыу, тейешле матди-техник база, яуаплы хеҙмәттәр һәм структураларҙың үҙ-ара бәйләнеше кеүек күрһәткестәр баһаланды.
Миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалалар араһында икенсе урынды — Ҡазан, өсөнсөнө Түбәнге Новгород яуланы. Халыҡ һаны миллиондан кәмерәк булғандар араһында беренсе урынды — Салауат, ҡала биләмәләре араһында өсөнсө урынды Ишембай алды.