Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко матбуғат конференцияһында ҡарабойҙайға хаҡ артыуға бәйле шау-шыуҙы нигеҙһеҙ тип атаны.
– Баҙарҙағы хәлде етди ҡабул итеп, ҡарабойҙай ярмаһын күпләп һатып алыуҙың кәрәге юҡ. Телевидение аша октябрҙә, ҡар яуыу сәбәпле, Себерҙә, Уралдағы ҡайһы бер төбәктәрҙә, Алтай крайында ҡарабойҙай уңышының бер өлөшө йыйылмауы хаҡында сюжет күрһәттеләр. Ҡулланыусылар араһында был шау-шыу тыуҙырҙы. Быйыл Башҡортостанда 86 мең тонна ҡарабойҙай йыйып алынды. Был күләмдән 40 мең тонна ҡарабойҙай ярмаһы етештерергә мөмкин. Хаҡтың ҡиммәтләнеүе — ул баҙарҙың тәьҫире. Беҙҙә быйылғы ярма ла, үткән осорҙан ҡалғаны ла бар, — тине министр.
Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты ауыл хужалығы продукцияһына, шул иҫәптән ҡарабойҙайға хаҡҡа көн дә мониторинг үткәрә. Ведомствола әйтеүҙәренсә, борсолорға урын юҡ.
Ауыл хужалығы предприятиелары “Клен” ярма компанияһына, Күмертау, Өфө, Стәрлетамаҡ ойошмаларына сеймалды эшкәртеүгә һата. Уны шулай уҡ Ырымбур, Силәбе өлкәһенән дә күпләп алалар. Урында етештерелгән ярма магазиндарҙа етерлек.
Флүзә КӘБИРОВА, Өфө ҡалаһы: – Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты исемен аҡлаймы икән? Борсолмаҫҡа саҡырыуҙан тыш, ниндәй ярҙам күрһәтә ала халыҡҡа? Хаҡты арттырған етештереүселәргә, сауҙа ойошмаларына тәьҫир итерлек көс юҡ кеүек. Сентябрь-октябрҙә “Полушка” магазин селтәрендә Мәләүез “Клен” ярма компанияһының бер ҡап ҡарабойҙайын 15 һумға алһам, әле ул 44 һум тора. Тауарҙары үтмәй башлағансы, был ярманы ҡулланмаҫҡа ҡарар иттем!