Лилиә ҒҮМӘРОВА: “Аңыбыҙҙағы кәртәләрҙе емереү шарт”26.11.2014
Федерация Советында “Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн инклюзив белем биреүҙе закон менән тәьмин итеү торошо һәм уның көнүҙәк мәсьәләләре” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” үткәрелде.
Сараны асып, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Федераль закон һәм 2012—2017 йылдарҙа балалар мәнфәғәтендәге ғәмәлдәрҙең милли стратегияһы инклюзив белем биреүҙең хоҡуҡи нигеҙен тәшкил итә, тип билдәләне.
Сенаторҙың фекеренсә, һау-сәләмәт уҡыусылар менән инвалид һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың бергә уҡыуында дуҫлыҡ, татыулыҡ кеүек сифаттар бик мөһим. Тап улар уңыштың нигеҙен тәшкил итә. Лилиә Ғүмәрова Башҡортостанда тормошҡа ашырылған “Кәртәләрҙе емереп” акцияһын миҫалға килтерҙе.
– Иң элек ошондай балаларға ҡарата аңыбыҙҙа тыуған кәртәләрҙе емерергә кәрәк, — тигән фекерҙә сенатор. — Бөгөн йәмғиәттә инвалид балаларға, уларҙың проблемаларына дөрөҫ, һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, ошондай мохтаждарға заманса мөхиттә үҙ урынын табырға ярҙам итеү бик мөһим.