Яңы миҙал кемгә тейеш?26.11.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Ата-әсә фиҙакәрлеге” миҙалы тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Был награда менән республикаға дан килтергән, батырлыҡ ҡылған, фәнни, ижади, спорт йәки башҡа эшмәкәрлектә айырым ҡаҙаныштарға эйә булған бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр (опекундар, попечителдәр, уллыҡҡа алыусылар) бүләкләнә. Бынан тыш, ул өс һәм унан күберәк инвалид йәки алты һәм унан күберәк етем баланы тәрбиәгә алған кешеләргә тапшырыла.
Наградаға тәҡдим ителгән ата-әсә ғаилә ҡиммәттәрен һәм йолаларын һаҡлап ҡалыуға, нығытыуға тос өлөш индерергә, сәләмәт тормош алып барырға, бала тәрбиәләүҙә өлгө күрһәтергә тейеш. Миҙалды урындағы үҙидара органдары, хеҙмәт коллективтары йәки йәмәғәт берекмәләре юллай.
“Ата-әсә фиҙакәрлеге” миҙалын йыл һайын 15 майҙа, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, тапшырыу күҙаллана. Бүләкләнеүселәргә бер тапҡыр 100 мең һум күләмендә аҡса ла түләнә.


Вернуться назад