Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тотҡан закон сығарыу башланғысын хупланы.
Рәсәйҙең Ер кодексына ярашлы, киләһе йылдың 1 мартынан граждандарҙың айырым категорияларын торлаҡ менән тәьмин итеү маҡсатында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ер бушлай файҙаланыуға бирелә. Ошо норманы тормошҡа ашырыу өсөн республикала Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды төҙөлгәйне. Уның ойоштороусыһы — Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты. Әле төбәктә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға социаль торлаҡ төҙөү өсөн ер бүленә. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкаларын граждандар тарафынан бер тапҡыр бушлай хосусилаштырыуҙың тамамланыуына бәйле закондағы тейешле комиссияларҙың эш тәртибенә ҡағылған пункт ғәмәлдән сығарылды.
Яңы проект төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡандарға тупраҡтың сифаты тураһындағы мәғлүмәттәрҙе файҙаланыу хоҡуғын да бирә.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, законды көтөүлектәрҙең сиген билдәләүҙе ғәмәлдән сығарған положениелар менән тулыландырыу тәҡдим ителә. Әле мал тотҡан ауыл халҡына кәмендә 50 гектар ер бүленергә тейеш. Майҙан бик ҙур, ҡуртым хаҡы ҡиммәт.
Тағы ла бер яңылыҡ проблемалы объекттар төҙөлөшөн үҙ иңенә алғандарға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелә. Уларҙы, төҙөлөштө аҙағына еткереү шарты менән, ер өсөн хаҡ түләүҙән бушатыу тәҡдиме индерелә. Әле ҡала һәм райондарҙағы урындағы үҙидара органдары биләмәләрендә буш ерҙәр ҡалмаған тиерлек. Ҡануниәткә ярашлы, дәүләт милке билдәләнмәгән ер ошондай органдарҙың ҡарамағына индерелә.
Фекер алышыу һөҙөмтәһендә закон сығарыу башланғысын хупларға һәм беренсе уҡыуҙа ҡарауға тәҡдим итергә тигән ҡарар сығарылды.