Әй буйы өлгөләре25.11.2014
Әй буйы өлгөләре Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡыйғы һәм Салауат райондарына эш сәфәре барышында биләмәләрҙәге социаль-иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләрен һәм мөмкинлектәрен баһаланы, ҡайһы бер етештереү һәм ауыл хужалығы предприятиеларын, шулай уҡ социаль һәм инфраструктура объекттарын ҡарап сыҡты.

Ҡыйғы районындағы Йүкәлекүл ауылында Рөстәм Хәмитов “Әй” ауыл хужалығы кооперативының һөтсөлөк фермаһында булды. Әле бында “500 ферма” программаһына ярашлы реконструкция бара. Президент билдәләүенсә, ошондай уңышлы эшләгән хужалыҡтарға ярҙам күрһәтеүгә республика етәкселеге һәр саҡ айырым иғтибар бирәсәк.
Үрге Ҡыйғы ауылында Рөстәм Зәки улы былтыр файҙаланыуға тапшырылған “Шатлыҡ” балалар баҡсаһын ҡараны. 1,5 мең квадрат метр майҙанлы ике ҡатлы кирбес бина 110 урынға иҫәпләнгән. Район хакимиәте башлығы Рафиҡ Харисов әйтеүенсә, балалар баҡсаһын асыу һөҙөмтәһендә өс йәштән өлкәнерәк сабыйҙар өсөн мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларына сират тулыһынса юҡҡа сыҡҡан. Әле ауылда өс йәшкә тиклемге 104 бала баҡсала үҙ урынын көтә. Президент республикала ошо мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән алға китеш булыуын билдәләне.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ етем балалар өсөн төҙөлгән яңы социаль йорттарҙы ҡарап сыҡты. Үрге Ҡыйғы ауылында 330 квадрат метрлыҡ биш йорт һалынған. Быйыл ошо маҡсатҡа ҡаҙнанан 9,2 миллион һум аҡса бүленгән. Район хакимиәте башлығы Рафиҡ Харисов 2009 йылдан алып етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар иҫәбенән 32 кешенең торлаҡ менән тәьмин ителеүе хаҡында һөйләне. Әле тағы ла 63 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж.
Әй буйы өлгөләреАртабан Рөстәм Хәмитов пластик тәҙрәләр, рәшәткә таҡтаһы, тимер ишектәр етештереү менән шөғөлләнгән “Лидер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә юлланды. Ойошма киләсәктә профилләнгән ҡалай етештереү өсөн ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй. Республика башлығын евроштакетниктар айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы. Предприятие директоры Радик Әхмәтйәнов был әйберҙәрҙең 2012 йылда етештерелә башлауы хаҡында һөйләне. Продукцияға халыҡтың ихтыяжы ярайһы уҡ ҙур.
Башҡортостан Президенты 2010 йылдан бирле ҡаҙ үрсетеү менән шөғөлләнгән “Аҡҡош” хужалығы эше менән танышты. Ойошманың генераль директоры Динар Әхмәт­динов әйтеүенсә, быйыл Силәбе, Свердловск һәм Ҡурған өлкәләренә 135 мең ҡаҙ бәпкәһе һатылған. Киләсәктә предприятиела күпләп йомортҡа һалған тауыҡтар үрсетеү күҙаллана.
Ҡыйғы тегеү фабрикаһы миҫалында Рөстәм Хәмитов эшҡыуарлыҡтың ыңғай эш тәжрибәһен күрҙе һәм юғары баһаланы. Былтырҙан алып предприятие Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре өсөн биштәрҙәр, артмаҡлы һәм медицина сумкалары тегә. Быйыл алты ай эсендә 7,7 миллион һумлыҡ изделие сығарылған. Бөтә кимәлдәге бюджеттарға 1,6 миллион һумлыҡ һалым түләнгән. Фабрика директоры Ришат Вәлиев киләсәккә ниәттәре, етештереү ҡеүәтен арттырыу, яңы эш урындары булдырыу хаҡында һөйләне.
Үрге Ҡыйғы ауылында Рөстәм Хәмитов биләмә башлыҡтары, Ҡыйғы район Советы депутаттары һәм урындағы актив менән осрашты. Унда муниципалитетты социаль-иҡтисади үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.


Вернуться назад