Мәсьәләләр мотлаҡ хәл ителәсәк25.11.2014
Төбәк башлығы халыҡтың мөрәжәғәттәре
буйынса сара күреүҙе иғтибар үҙәгенә алды

Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов ил Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһендә халыҡ менән аралашты. Төбәк башлығына бер нисә ҡала һәм район вәкилдәре мөрәжәғәт итте. Сара йомғаҡтарына ярашлы, министрлыҡ һәм ведомстволарға тейешле күрһәтмәләр бирелде.

Өфөнөң Дим районында йәшәгән Анастасия Чернигова Рөстәм Хәмитовтан “Асыҡ мөхит” программаһына ярашлы инклюзив уҡыу учреждениелары иҫәбенә ингән 103-сө урта мәктәптә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға тулы ҡиммәтле белем биреү өсөн шарттар булдырыуҙа ярҙам күрһәтеүен һораны. Әле унда аяҡ-ҡул сирҙәренән яфаланған өс бала белем ала. Президент Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары Рөстәм Мәрҙәнов менән Салауат Сәғитовҡа, финанс министры Рида Собханҡоловаға һәм Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялаловҡа 103-сө мәктәпте йыһазландырыу, башҡа дөйөм белем биреү йорттарында ла ошондай уҡ эштәр башҡарыу хаҡында күрһәтмә бирҙе.
Ҡырмыҫҡалы районындағы Сихонкин ауылының “Тирәккәй” балалар баҡсаһы мөдире Анна Матвеева Президентҡа бер ҡатлы бинала санузелдың юҡлығына, ҡышын һыуыҡ, көҙ еүеш булыуға зарланды. Бынан тыш, майҙандың яртыһынан күберәген фельдшер-акушерлыҡ пункты биләй. Башҡортостан Президенты Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитовҡа һәм Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа буш бинаны төҙөкләндереү һәм балалар баҡсаһында өҫтәмә төркөм асыу мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
Өфөнөң Затон биҫтәһенән Ольга Першина иһә төбәк башлығына Ә. Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбе өсөн яңы бина төҙөү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Әле учреждение 1926 йылда һалынған иҫке ағас бинала урынлашҡан. 40 йыл элек үткәрелгән экспертиза конструкцияларҙың 75 процентҡа туҙыуын күрһәткән. Ләкин әлегә тиклем аныҡ сара күрелмәгән.
– Был мәсьәләне ашығыс хәл итергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Эшҡыуар, элегерәк Өфөләге 303-сө балалар баҡсаһында мөдир булған психология фәндәре кандидаты Гүзәл Кобелева Башҡортостан Президентынан муниципаль-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә балалар баҡсаһы ойоштороу өсөн Свердлов урамындағы буш бинаны муниципаль милеккә тапшырыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе һораны. Республика башлығы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәновҡа һәм Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялаловҡа мәсьәләне хәл итеүҙә һәр йәһәттән булышлыҡ күрһәтеү бурысын ҡуйҙы.
– Балалар баҡсаһын һаҡлап ҡалыу юлын табыу шарт, — тине ул.
Ҡырмыҫҡалы районында тыуып үҫкән, әле Өфөлә йәшәгән Сергей Заруцкий Рөстәм Хәмитовҡа “Боҙаяҙ” емеш-еләк питомнигындағы хәл тураһында һөйләне. Ҡасандыр гөрләп торған хужалыҡ һуңғы йылдарҙа бөлгөнлөккә төшкән тиерлек. Республика Президенты Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин менән Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа мәсьәләне тикшерергә һәм питомниктың эшен яйға һалыу буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
Бөрйән районынан пенсионер Нәсимә Науразбаева Башҡортостан Президентынан Байназар һәм уға күрше ауылдар халҡы исеменән Байназар дауаханаһын ябы­лыуҙан һаҡлауҙы, уның эшенә булышлыҡ итеүҙе һораны.
Райондағы 13 ауылды хеҙмәтләндергән дауахананың киләһе йылдың 1 ғинуарынан эшләмәйәсәге хаҡында хәбәр таралған. Был турала “Башҡортостан” гәзитендә лә мәҡәлә донъя күрҙе. Әлегә тиклем Ырғыҙлы һәм Асҡар бүлексәләре ябылып, уларҙың нигеҙендә фельдшер-акушерлыҡ пункт­тары асылған. Үҙгәртеп ойошторолғандан һуң район үҙәгендәге бер генә дауахана ҡаласаҡ. Ауылдар үҙәктән алыҫ урынлашҡан, төпкөлдән унда барып етеү ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырасаҡ. Әле Байназар дауаханаһы 6 мең кешене, шул иҫәптән 2 300 баланы, хеҙмәтләндерә. Юл буйында урынлашҡанға күрә, туристар ҙа, юл фажиғәһенә эләккән кешеләр ҙә мөрәжәғәт итә бында.
– Хатығыҙҙы алдым. Унда 150-гә яҡын ҡултамға бар. Һаулыҡ һаҡлау һәм дауахана мәсьәләләрен көйләгән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Тәлғәт улы Сәғитовҡа проблеманы хәл итергә ҡуштым. Һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Әкрәм улы Бакировҡа ла дауахананы мотлаҡ һаҡлап ҡалыу бурысын ҡуйҙым, — тине Рөстәм Хәмитов.
Президент шулай уҡ Бөрйәндә социаль инфраструк­тураның үҫеше менән ҡыҙыҡһынды, әле район үҙәгендә интернат һалыныуы, 2016 йылда яңы мәктәп төҙөлә башлаясағы хаҡында хәбәр итте.





Вернуться назад