Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ25.11.2014
Республикабыҙҙың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты – минең өсөн бик ҡәҙерле һәм яҡын белем усағы.

Элек “интернат” һүҙен ишеткәндә, “нисек атай-әсәйҙән ситтә йәшәргә мөмкин?” тип уйлап, баҙап ҡала инем. Ләкин Өфө ҡала­һында уҡый башлағас, фекерем ҡырҡа үҙгәрҙе. Туған гимназияма, мине йылы ҡа­бул иткән XI “И” класына, класс етәксебеҙ Гөлдәр Әхмәтоваға, тәрбиәсебеҙ Розалия Ғайсинаға ҙур рәхмәт!
Бергә белем алған 20 уҡыусының һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле. Класташтарым олим­пиадаларҙа, конкурстарҙа даими ҡатнаша, яҡшы уҡыуы, күркәм тәрбиәһе менән хайран итә. Интернат беҙгә берҙәм йәшәргә, ғилемдең, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтә, хәстәрлекле уҡытыусыла­рыбыҙ­ҙың, тәрбиәселәребеҙҙең өлгөһөндә ысын шәхес булып үҫергә ҡанат ҡуя.
Уҡырға килгән мәлдә, әсәйемдең телефон һандарын йыйып, “һағындым”, “ҡай­там”, “уҡыуы ауыр” тигән һүҙҙәрҙе теҙә инем. Ҡәҙерлем фәһемле кәңәштәре менән йыуатты. Шулай уҡ класташтарымдың шат, көләс йөҙө, тәрбиәсемдең, уҡытыусылар­ҙың хәстәрлеге моңһоу хистәрҙән арын­дыр­ҙы. Ысынлап та, интернат пар ҡа­на­тыма әйләнде. Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ беҙ! Киләсәктә илебеҙ өсөн кәрәкле кешеләр булырға һүҙ бирәбеҙ!

Фирүзә ӘҮӘЛБАЕВА,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы.



Вернуться назад