Солоҡсо аҡ кейеҙгә нисек баҫа?25.11.2014
Мәһәҙей ауылында эшләп килгән данлыҡлы “Элгеләү” халыҡ фольклор ансамбле Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Ашҡаҙар таңдары” IV республика фестивалендә “Солоҡсоно аҡ кейеҙгә баҫтырыу” тигән йоланы күрһәтте. Сығыш жюри тарафынан юғары баһаланды. Һөҙөмтәлә ансамбль III урын алды һәм аҡсалата сертификатҡа лайыҡ булды.

“Элгеләү”ҙәр менән бергә Бөрйәндең данын Байназар мәҙәниәт йорто директоры Сәғит Алтынбаев, аккомпаниатор Әлфир Хәсәнов, районда билдәле ҡурайсы Хәйҙәр Нәҙершин, методист Гүзәл Фәйзул­лина лайыҡлы яҡланы.
Әйткәндәй, “Элгеләү”, 2006 йылда Стәрлета­маҡ­та I “Ашҡаҙар таңдары” башҡорт фольклор байрамында ҡатнашып, III урын яулағайны. Ра­йон­дың күренекле сәхнә оҫтаһы Мәстүрә Назарова нигеҙ һалған, бөгөн Фатима Шәғәлина етәкселек иткән был ансамбль – республикала киң танылған, абруй­лы коллектив. “Элгеләү”ҙең эшмәкәрлегенә таҡмаҡ-ши­ғырға оҫта Таһира Мөхәмәтйәнова, Фәй­ләрә Хә­сә­но­ва, Таңһылыу Әҙелгәрәева, Фәйләрә Бә­шә­рова, Ну­рия Сәйәхова, Сажиҙә Абдрахманова, Вәсилә Ғүмәрова тос өлөш индерә, һәр сараның ур­таһында ҡайнап йөрөй. Афарин! Уларға сә­лә­мәтлек, күңел күтәрен­келеге, шатлыҡ-ҡыуаныс юлдаш булыуын теләйбеҙ.


Вернуться назад