Ялҡын сәскән ут ине25.11.2014
Ялҡын сәскән ут ине
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың уҡыу залында күренекле ҡурайсы Роберт Юлдашев башҡарыуында “Урал” йыры яңғырай. Ҡаршылағы ҙур проекторҙа кеше ғүмеренең шаһиты — фотоһүрәттәр — бер-береһен алмаштыра. Уларҙан башлыса булмышынан ялҡын, күҙҙәренән һүнмәҫ осҡон бөркөлгән ихлас ир-уҙаман ҡарай. Билдәле публицист, драматург, шағир, прозаик, фольклорсы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәзим Шафиҡов ул. Мәртәбәле сара шәхестең тыуыуына 75 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо.


Унда Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев Ғәзим ағайға бәйле йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты, халыҡ өсөн башҡарылған фиҙакәр эшмәкәрлеген билдәләне.
– Үҙгәреш заманында тап Шафиҡов һымаҡ публицистар беҙгә йүнәлеш бирҙе, – тине ул. – Ғәзим Ғәзиз улы бик йомарт, ихлас кеше булды. Белемле, уҡымышлы, тура һүҙле, ғәҙел шәхес ине.
– Осрашыу бик матур ойошторолған, – тип ҡыуанысын белдерҙе Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. – Ғәзим, Ҡырғыҙстанда тыуһа ла, баш­ҡорт рухлы булды. “Башҡортостанды күрмәһәм дә, уны һағындым”, – тигәйне ул бер саҡ. Ярһыу кеше ине, һәр хәл-ва­ҡиғаға тиҙ арала фекерен әйтә торғайны. Күп ауырлыҡ кисерергә тура килде уға, әммә үҙен юғалтманы. Халҡыбыҙҙың фольклорына сумды, уның өлгөләрен күпләп урыҫ теленә тәржемә итте. Ғәзим Шафиҡов 80-се йылдарҙа публицистик сығыштары менән республиканан ситтә танылыу яуланы, уның хеҙмәттәре яңы­лыҡ, асыш булды.
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең ха­лыҡ артисткаһы Таңсулпан Бабичева иһә Ғәзим Шафиҡов ижад иткән әҫәр­ҙәрҙә уйнауын, авторҙың кәңәш-дәрес­тәрен, йылы һүҙҙәрен иҫкә алды.
– Әҙиптең хеҙмәте ваҡытында тейеш­ле кимәлдә баһаланманы, – тип күңел әрнеүе менән бүлеште ул. – Барыһына ла өлгөрөргә тырышып, янып йәшәне. Уның хеҙмәттәре алдында баш эйәм. Йәштәр Ғәзим Ғәзиз улының әҫәрҙәренә яңынан күҙ ташлап, тейешенсә баһа бирергә тейеш.
– Урыҫ телендә яҙған рухлы башҡорт балаһы булды ул, – тип өҫтәне Рәшит Шәкүр. – Башҡорт рухи донъяһын урыҫ әҙә­биәте менән тоташтырҙы. Халҡы ал­дындағы изге бурысын тулыһынса үтәне.
Шағир Ирек Кинйәбулатовтың һүҙҙәре лә бик хаҡ:
– Заманыбыҙҙың бөйөк улы Ғәзимгә ҡарата төп һүҙҙәр киләсәктә әйтелер, уның исемендәге урам, мәктәп булыр. Был уның замандаштарына түгел, һеҙгә – киләсәк быуынға — кәрәк!
Ирек Кинйәбулатовтың “Ут булдың” исемле шиғыры, әйткәндәрен тулыландырып, йөрәккә үтеп инде.
Сараны ойоштороусылар Ғәзим Ша­фиҡовтың ялҡынын сәсеп, тамашасылар күңелендә ут ҡабыҙҙы. Ҙур рәхмәт уларға!
Айгөл ҒӘБИТОВА,
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты.


Вернуться назад