(“Башҡортостан”, К. Шәмсетдинов, “Ә беҙ табиптарға ышанғайныҡ...”, 2014 йыл, 7 ноябрь)
Был яҙманы уҡып сыҡҡас, артыҡ аптыраманым, сөнки ошоға оҡшаш хәлдәр — Республика клиник дауаханаһы өсөн хас күренеш.
Күптән түгел әлеге дауаханала бер ҡатын үҙе ятҡан палатаның иҙәнендә бала тапҡан. Төндә дежурҙа булған студент-шәфҡәт туташы бер ни ҙә эшләй алмаған, ә табип йоҡлаған. Уятҡас: “Эш үткән бит инде. Мин нимә эшләй алам?” — тип аҡланған.
Ҡатындың балаһы ҡарынында уҡ үлгән булған, әммә был дауахана хеҙмәткәрҙәрен аҡламай. Үҙҙәренә йөкмәтелгән вазифаны улар тейешенсә үтәмәгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай хәлдәр беҙҙең һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында аҙмы ни?! Тупаҫлыҡ, сирлеләрҙе кәмһетеү, тауыш күтәреү, хатта аҡса даулау кеүек күренештәр аҙым һайын тиерлек осрай. Күптән түгел Башҡортостандың юлдаш телеканалы Сибай, Благовещен, Йәрмәкәйҙән ошо темаға әҙерләнгән бик төплө һәм дөрөҫлөккә тап килгән сюжет күрһәтте. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был яҙмала күрһәтелгән факттарға ҡарата нимә тип яуап бирер икән?
Республика клиник дауаханаһының акушер-гинекология бүлексәһе тураһында һүҙ йөрөткәндә, шуны өҫтәп әйтер инем. Бер таныш табиптан “Ни өсөн ауырыуҙарҙы дауалап бөтөрмәйенсә сығараһығыҙ?” тип һорағас, “Бүлексәнең 10 миллион һумдан ашыу бурысы бар, шуны ҡапларға кәрәк”, — тине. Быны дауахана бүлексәһе аша күпме кеше үтә, килгән килем күләме лә шул тиклем күберәк буласаҡ тип аңларға кәрәктер. Тик был осраҡта ниңә пациенттарҙың һаулығы хәүеф аҫтына ҡуйыла һуң? Шуны халыҡҡа кем аңлатыр?