Һәр йортта ҡарайҙар22.11.2014
Кисә, Бөтөн донъя телевидение көнөндә, Сибай телевидениеһы 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Байрам сараһы Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театрында үтте.


Сибай телевидениеһы ике федераль канал, “Ҡояшлы” радиоһы тапшырыуҙарын эфирға сығара, медиахеҙмәт күрһәтә. Башҡортостан теле-радио хеҙмәткәрҙәре ассоциацияһы рәйесе, Сибай телевидениеһының 1999—2002 йылдарҙағы директоры Азамат Тимерғазин әйтеүенсә, тәжрибәле, оҫта команда, мәғлүмәтте халыҡҡа йылдам еткереү, яҡшы кәйеф, киләсәккә изге маҡсаттар уңыштың нигеҙен тәшкил итә. Телекомпанияның тапшырыуҙарын Сибайҙағы һәм күрше райондарҙағы һәр йортта ҡарайҙар. Уның 100 меңгә яҡын тамашасыһы бар.
Байрам сараһында Башҡортостан юлдаш каналы, республикабыҙҙан, шулай уҡ Ҡаҙағстандан телестудиялар вәкилдәре, башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.



Вернуться назад