Рухи күпер емерелмәһен22.11.2014
Рухи күпер емерелмәһен
Башҡортостанда Ҡурған башҡорттарының мәҙәниәт көндәре башланды. Өлкә делегацияһы, республиканың дәүләт органдары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре Башҡортостандың Милли музейында ойошторолған “Ҡурған башҡорттары: тарих, заман һәм рухи үҫеш мәсьәләләре” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашты. Сарала һүҙ башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен, йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса атҡарылған эштәр тураһында барҙы.


Рухи күпер емерелмәһенБөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йының Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев үҙ сығышында милли йолалар һәм телде һаҡлауҙың әһәмиә­тен билдәләп үтте. Ошо йыл­дың 4 июлендә ҡабул ителгән Башҡортостан Рес­публикаһы Хөкүмәте менән Ҡурған өлкәһе Хөкүмәте араһындағы Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни өлкә­ләге килешеү төбәк-ара хеҙмәттәшлектең хоҡуҡи базаһы булып тора. Был юҫыҡтарҙа бәйләнеш күптән булды­рыл­ған. Башҡортостандың сәнғәт коллективтары Ҡурған өлкәһенә гас­трол­дәргә даими сыға, фестиваль, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ йыл һайын һабан­туйҙар, башҡорт мәҙә­ниәте көндәре, фәнни-ғәмәли конференциялар һәм башҡа саралар уҙғарыла, тип билдәләне Румил Тәлғәт улы.
Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районы хакимиәте башлығы Рәшит Хәйернасов “Юлдаш” радиоһы тулҡындарының Ҡурған тарафтарына барып еткәненә халыҡтың ҡыуаныуын белдерҙе. Өлкә башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ильяс Бәҙретдинов төбәктә йәшәгән башҡорттарҙы борсоған мәсьәләләргә туҡталды.
– Ҡурған өлкәһендә йәмғеһе 109 милләт халҡы көн итә. Һан буйынса башҡорттар өсөнсө урында. Сафакүл һәм Әлмән райондарында дүртәр мең милләттәшебеҙ йәшәй. Күпселеге – ауыл халҡы. Башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһен хәл итеү көнүҙәк булып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белгестәр етешмәй, – тине үҙ сығышында Ильяс Йомабай улы.
Ҡунаҡтар араһында Сафакүл районының Надеждин урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Йәмил Садиҡов та бар ине.
– Ҡулдан килгәнсә тырышып йәшәйбеҙ. Әммә халыҡ яҡшыраҡ тормош эҙләп ситкә күсенә. Күптәр Силәбе тарафтарына юллана. Унда эш, балалар баҡсаһы, юғарыраҡ хеҙмәт хаҡына ымһына. Шуға ла ауылда йәштәр кәмей. Уйлап ҡарағыҙ: һуңғы туй өс йыл элек үтте! Баш­ҡор­тостандан артистар, делегациялар килеүен-килә, әммә ауылдарға барып етмәйҙәр. Әйткәндәй, беҙҙең яҡҡа һуғылған һуңғы шағир Сафуан Әлибаев булған. Ул 1996 йылда килеп киткән.
1998 йылда мәктәпте ҡалдырып, икенсе эшкә күскәйнем. Ул ваҡытта Надеждин ауылы мәктәбендә 198 бала ине. Бөгөн ни бары 23 уҡыусы! Ауылда ла 700-ҙән 150 кеше тороп ҡалды. Уларҙың күпселеге – оло йәштәгеләр. Әлбиттә, бындай шарттарҙа балаларға туған телде өйрәтеү ауыр. Әлеге мәлдә V – IX кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытам. Мөмкин тиклем ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышам. Кон­церттарға йөрөйбөҙ. Быйыл башҡорт телендә шиғыр һөйләү конкурсы үткәрҙек. Балаларға бик оҡшаны. Артабан был конкурс үҙенә күрә матур йолаға әүерелер тип ышанабыҙ, – тип һөйләне уҡытыусы.
Ҡурған өлкәһендә башҡорттарҙың йәшәйеше менән танышҡандан һуң, сараға йыйылғандар артабан ундағы райондарҙы шефлыҡҡа алырға кәрәк тигән һығымтаға килде. Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтына иһә Ҡурған өлкәһендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының оҫталығын үҫтереү өсөн дистанциялы уҡытыу ойоштороуҙы йөкмәттеләр.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Ҡурған өлкәһе губернаторы Алексей Кокоринға сара барышында күтәрелгән мәсьәләләрҙе еткерергә тигән ҡарар ҡабул итте.


Вернуться назад