Әле Башҡортостанда 1 139 478 кеше торлаҡҡа хоҡуғын теркәгән. Бушлай хосусилаштырыу өсөн документтар тапшырыуҙың һуңғы көнө — 2015 йылдың 28 феврале.
Киләһе йылдың 1 мартынан “Рәсәй Федерацияһында торлаҡ фондын хосусилаштырыу тураһында”ғы Закон көсөн юғалта. Шуға күрә муниципаль фатирҙа йәки йортта йәшәгән кешеләргә ошо ваҡыт эсендә торлаҡты милеккә алыу өсөн тейешле документтарҙы тапшырып өлгөрөргә кәрәк.
Рәсәй Һалым кодексының икенсе өлөшөндәге үҙгәрештәргә ярашлы, 1 ғинуарҙан күсемһеҙ мөлкәткә хоҡуҡтарҙы һәм уға бәйле килешеүҙәрҙе дәүләт теркәгән өсөн дәүләт пошлинаһы күләме лә арта — 1 мең урынына 2 мең һум буласаҡ. Ә ябайлаштырылған тәртип буйынса ғәмәлгә әлеге 200 һум урынына яңы йылдан 350 һум түләргә тура киләсәк.