Йыл аҙағына тиклем аҙ тәьмин ителгән 500-ҙән ашыу ғаиләгә социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам күрһәтелә.
Быйыл июндә республика Хөкүмәте ҡарары менән ошондай граждандарҙың айырым төркөмдәренә дәүләт ярҙамының яңы алымы — контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү ғәмәлгә индерелгәйне. Ул дәүләттең булышлығы менән даими килем сығанағына эйә булып, йәшәү сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирә. Ҡарарға ярашлы, бындай ярҙамдың ике йүнәлеше билдәләнде. Үҙ эшеңде асыуға һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүгә иң күбе 100 мең һум, шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға 50 мең һумға тиклем аҡса бүленә. Республика ҡаҙнаһынан ошо маҡсатҡа 52,5 миллион һум йүнәлтелгән.
Дүрт ай эсендә Башҡортостанда 35,2 миллион һумлыҡ 973 социаль контракт төҙөлгән. Шуларҙың 42-һе — үҙ эшеңде асыуға, 931-е — шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереүгә. Адреслы социаль ярҙамдың уртаса күләме 36 мең һум тәшкил итә. Ғариза биреүселәрҙең байтағы — күп балалы ғаиләләр.