Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүгә әҙерләнеү йәһәтенән Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Төбәк эҙәрмән отрядтары фонды, Йәштәр йәмәғәт палатаһы ярҙамы менән “Быуындар йөрәгендәге иҫтәлек һәм ғорурлыҡ” федераль патриотик проекты тормошҡа ашырыла башланы.
Ул “Төбәктең ватансылыҡ картаһы”, “Геройҙар һәм ваҡиғалар”, “Ысын эштәрҙәге илһөйәрлек”, “Беҙ – бер ҙур команданың өлөшө” кеүек эшмәкәрлек йүнәлештәрен күҙ уңында тота. Башҡортостан үҙенең идеялары менән Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр парламенты тарафынан тәҡдим ителгән федераль проектҡа ҡушылды. 2010 йылда республиканың Эҙәрмән отрядтары фонды Өфөлә Оборона министрлығының архив документтары аша хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙе эҙләүгә тотондо. Быға тиклем уның рәйесе Илдар Бикбаевтың башланғысы менән 40 миллионға яҡын документ өйрәнелеп, Рәсәй граждандары иғтибарына еткерелде. Был Өфө проектында 5 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Быйыл уны республика кимәленә сығарып, ҡатнашыусыларҙы күберәк йәлеп итеү тәҡдиме индерелде.
Ә “Еңеүҙең исемдәре” проекты иң элек йәштәргә йүнәлтелә. Ул бер нисә этапта тормошҡа ашырыласаҡ тип күҙаллана. 9 ноябрҙән 9 майға тиклем мәктәптәрҙә саралар ойошторола, ә 9 майҙан 22 июнгәсә һөҙөмтәләр дөйөмләштерелә. Ай һайын арауыҡ йомғаҡтары яһаласаҡ. Иң һуңынан һалдаттарҙың туғандарына яугирҙең шәхесен раҫлаған документтарҙың күсермәһе тапшырыласаҡ.