Ришүәтселектең тамырын ҡоротайыҡ22.11.2014
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Мәскәүҙә Федерация Советында Рәсәй закон сығарыусылары советының Закондар менән тәьмин итеү һәм коррупцияға ҡаршы эш мәсьәләләре комиссияһының ултырышын үткәрҙе.


Ултырышта коррупцияға ҡаршы һәм миграция өлкәһендәге ҡануниәтте камиллаштырыуға йүнәлтелгән саралар тикшерелде. Комиссия ағзалары ил төбәктәрендәге ыңғай тәжрибәне уртаҡлашыу тәҡдимен индерҙе, ошо институтты закондар менән нығытыу мөмкинлеген ҡараны.
Миграция мәсьәләләрен ҡануни яҡтан көйләү ултырыштың көн тәртибендәге тағы ла бер тема булды. Хакас Республикаһының Юғары Советы Рәйесе Владимир Штыгашев хеҙмәт миграцияһына квота билдәләүгә бәйле проблемалар тураһында һөйләне. Миграция кодексын эшләү һәм ҡабул итеү ярҙамында ошо өлкәләге ҡануниәтте яйға һалыу тәҡдим ителде. Шулай уҡ комиссияның киләһе йылға эш планы тикшерелде.
Әйткәндәй, Константин Толкачев Рәсәй закон сығарыусылары советының Закондар менән тәьмин итеү һәм коррупцияға ҡаршы эш мәсьәләләре комиссияһына 2013 йылдан етәкселек итә. Комиссияға шулай уҡ Дәүләт Думаһының Именлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү комитеты рәйесе Виктор Озеров, Федерация Советының Оборона һәм именлек комитеты рәйесе Ирина Яровая, шулай уҡ илдең һигеҙ төбәгендәге парламент етәкселәре инә.



Вернуться назад