Кәмәне ҡыш нисек һаҡларға?22.11.2014
Кәмәне  ҡыш нисек һаҡларға? Йәйгеһен күптәр кәмәлә йөрөүҙең рәхәтен татығандыр. Был транспорт сараһын ҡыш тейешле кимәлдә һаҡлау мөһим. Мәҫәлән, резина кәмәне алдан яҡшы итеп таҙаларға, йыуып киптерергә кәрәк. Еүеш урыны ҡалырға тейеш түгел. Йыуғанда эҫе һыу, синтетик онтаҡтар ҡулланырға ярамай. Уны яҡшы итеп киптергәс, эсендәге һауаны тулыһынса сығарырға, тигеҙ итеп төрөп ҡуйырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ҡышҡыһын был эш йәнә ике-өс тапҡыр ҡабатлана: кәмәгә һауа тултырылып, яңынан бушатыла һәм төрөп ҡуйыла. Һалҡын һарайҙа йәки гаражда һаҡларға ярамай, бинала 2 — 22 градус йылы булырға тейеш.
Ошо ҡағиҙәләр үтәлһә, Совет осоронда етештерелгән кәмә лә тағы оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк.


Вернуться назад