Табыш нигеҙе - яҡшы кәңәштә22.11.2014
l Ҡармаҡ һабының быуындары еңел ысҡынһын өсөн уларға балауыҙ һөртөргә кәрәк.
l Сиңерткәләр иртәнсәк яй хәрәкәтләнгәнлектән, уларҙы тап шул мәлдә тотоу еңелерәк.
l Тоҙланған балыҡтарҙы епкә теҙеп ҡуйғас, эргәһенә шәрбәт һалынған һауыт ҡуйырға онотмағыҙ: балыҡ янына һағыҙаҡ та, себен дә яҡын килмәҫ. Марля менән ҡаплап ҡуйырға ла мөмкин.
l Ҡармаҡ ебен һаҡлау өсөн целлофан ҡап ҡулланыу яҡшы. Уның эсенә глицеринлы мамыҡ һалһаң, һөҙөмтә тағы ла нығыраҡ ҡыуандырыр.
l Йылтырманы содалы һыуҙа ҡайнатып алһаң, ул ялтыр һәм еҫһеҙ булыр.
l Баҡырҙан эшләнгән йылтырма ялтырлығын юғалтмаһын өсөн уны сей картуф менән ышҡып алыу ҙа етә.
l Йәшен мәлендә бейек асыҡ урында ҡалырға тырышмағыҙ. Һыуҙа саҡта иһә кәмәнең төбөнә ятырға кәрәк.
l Серәкәйгә ҡаршы һиптергес өйҙә онотолған икән, хафаланмағыҙ: тәнегеҙҙе әрем дә бик яҡшы һаҡлар.
l Ел көнбайыштан йәки көньяҡ-көнбайыштан иҫкәндә балыҡ күберәк эләгә.
l Алабуғаны ике-өс секундҡа ҡайнар һыуға тығып алһаң, тәңкәһе тиҙ һыҙырылыр.
* Һыуға ем ташлағас та ваҡ балыҡтар эләгә башлай. Сабыр итегеҙ: бер аҙҙан эреләре лә ҡабасаҡ.
* Һыу ятҡылығының елдән тулҡынланған мәлендә табыш күп эләгә.
* Балыҡты төрлө емгә тотоп ҡарамайынса, икенсе урынға күсергә ашыҡмағыҙ.
* Алыҫҡа балыҡҡа барырға йыйынһағыҙ, дарыуҙар ҡумтаһын алырға онотмағыҙ.
* Усаҡты элеккеһе урынына яҡһаң, тәбиғәткә зыян килмәҫ.
* Балыҡҡа барғанда йылыраҡ кейенеү мөһим. Артығын сисеү ҡыйын булмаҫ.
* Ҡылыс балыҡты ағын ерҙән эҙләргә кәрәк.
* Ҡорман тотҡанда, ырғаҡҡа шар формаһындағы поролон кейҙереп, уға көнбағыш майы һөртһәң, балыҡ яҡшы ҡабыр.
* Ырғаҡтар тутыҡмаһын өсөн уларҙы һабынға батырып алыу ҙа етә.
* Эре балыҡты сығарғанда ҡармаҡ һабын һыуға ҡарата 45 градус кимәлдә тоторға кәрәк. Был ептең өҙөлөүенән һаҡлар.
* Уйылған мәке туңмаһын өсөн уны туралған үлән менән ҡаплайҙар.
* Һыла балығы нәҙек оҙон йылтырмаға яҡшы эләгә.
* Селәүсенде ағас һауытта һаҡлау һәйбәт.
* Емгә балсыҡ йә тупраҡ ҡушһаң, был урынға балыҡ тағы ла күберәк йыйылыр.
* Карпты, һаҙанды емләгәндә бешкән картуф, ҡара икмәк, ҡыҙҙырып онталған көнбағыш ҡулланыу отошло.
* Балыҡ ҡармаҡлаған ерҙе яҡшы итеп таҙалап китеү мөһим.