[left][/left]
Октябрьский ҡалаһында йәшәгән Ли Бинь Хан күптән түгел 24 килограмлыҡ карп тотҡан. Ул Ҡытайҙан күсеп килгән. Балыҡсылыҡ рухы Көнсығыш кешеһенең ҡанында барҙыр инде ул. Таң менән Ли, иптәштәренә эйәреп, Баҡалы районындағы быуаға балыҡ тоторға йүнәлә. Юлдаштары ситкә китә, ә ул һыу уртаһындағы кәмәлә ҡала. Бер генә балыҡ ҡапһасы!.. Килгәненә үкенеп ҡуя Ли. Шул саҡта ҡармағына ниҙер эләгә. Һис күтәрерлек түгел үҙен! Сәғәт тирәһе һөйрәп маташҡас, ниһайәт, балыҡтың арҡаһы күренә.
– Был бит карп! — тип ҡысҡырып ебәрә Ли. Күмәкләп өс сәғәт тирәһе булышҡас, табышты ярға сығаралар.
– Хәлем бөтөп, аяҡ-ҡулым ҡалтырай башлағайны, – ти Ли, көлөмһөрәп.
– Ныҡ тулҡынланғанлыҡтан, урыҫ һәм ҡытай һүҙҙәрен бергә ҡушып, телефондан йүнләп һөйләшә лә алманы, – тип өҫтәй иптәштәре.
Әйткәндәй, Ли балыҡтың башын үҙенә ҡалдырған, ҡалған өлөшөн башҡаларға бүлеп биргән.