Тамсы балыҡ22.11.2014
Тамсы балыҡ Ул — монстрҙар тураһындағы йәнһүрәт­тәрҙәге, “Мөғжизәләр илендәге Алиса” әкиәтендәге ҡурҡыныс персонаждарҙы хәтерләткән шөкәтһеҙ балыҡ. Хәсрәтле, моңһоу сырай, ялпаҡ морон, мейегә оҡшаш тороҡ, мәғәнәһеҙ ҙур күҙҙәр... Тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап, ниндәй һыҙаттарға эйә икәнлеген аңлап та булмай. Ғалимдар әлегә уны яҡшылап өйрәнмәгән.
Тамсы балыҡ диңгеҙҙә бик тәрәндә йәшәй. Шөкәтһеҙ тороғо арҡаһында ул планеталағы иң ҡурҡыныс балыҡ булып иҫәпләнә. Алдынан йөҙөп үткән бөтә нәмәне ауыҙын иренеп кенә асып ашай. Нигеҙҙә, моллюск менән туҡлана.
Тамсы балыҡты ашарға ярамай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уға юғалыу хәүефе янай. Балыҡсылар был йән эйәһен сувенир итеп һата.
Тамсы балыҡ бик әкрен ишәйә. Икеләтә артыу өсөн 4,5 — 14 йыл кәрәк.




Кәмитсе балыҡ

Тамсы балыҡБик ҡыҙыҡ, хатта шуҡ балыҡ ул. Ҡылыҡ-ҡиәфәте атамаһында тулы сағылыш таба. Ҡыҙғылт, ал, һары төҫтәге тәнендә ҡара һыҙаттар бик матур күренә. Ошондай сағыу төрлөлөк кәмитсене хәтерләтә лә инде.




Тәлмәрйен балыҡ

Тамсы балыҡҒәҙәти булмаған был балыҡтың йөҙгөстәре ер хайуандарының тәпәйен хәтерләтә. Башы ҙур, ҡарашы баҙыҡ. Төҫө ҡыҙыл йәки һары, тороғо буйлап зәңгәр һыҙаттар һуҙылған. Тағы ла бер үҙенсәлеге шунда: йөҙгөстәрен этәреп һикергән кеүек йөҙә. Шыуыша ла ала.


Йөнлө диңгеҙ ене

Тамсы балыҡТәрәнлеге бер саҡрымдан кәм булмаған диңгеҙ төбөндә йәшәгән ҡурҡыныс балыҡ. Ғәҙәти булмаған үткер тештәре менән теләһә нәмәне ашай, хатта буласаҡ ҡорбанының үҙенән күпкә ҙур булыуына ла ҡарап тормай.


Вернуться назад