Суртан – үҙ мөхитендә солтан22.11.2014
Суртан – үҙ мөхитендә солтан
Ғүмерендә суртан менән осрашырға насип булған балыҡсыларҙы ихлас күңелдән сәләмләйбеҙ! Белеүегеҙсә, был йән эйәһенең йылғырлығын, йыртҡыслығын тышҡы ҡиәфәте үк әйтеп тора. Осло мороно, бихисап үткер теше лә – ошоға дәлил.


Суртан – илебеҙҙә киң таралған балыҡтарҙың береһе. ХIХ быуатта 58 – 80 килограмлыҡтарын тотоу ғәҙәти күренеш һаналған. Суртан 150 – 200 йыл да йәшәй ала. Һыуҙың ниндәй булыуына ҡарап төҫө үҙгәрә, оҙон­лоғоноң ике метрға етеүе ихтимал. Ҡартайған һайын тиреһе ағара бара. Йәшенә ҡарап, уны “шүкә”, “сурағай” тип тә йөрөтәләр. Беҙ бала саҡта һатыуҙа ырғаҡ та, ҡармаҡ ебе лә булмағанлыҡтан, суртанды мәскәүләп тота торғайныҡ. Хәҙер эреләре Себер яҡтарындағы ҙур йылғаларҙа йыш осрай. 12-14 килограмлыҡтарын беҙҙә лә тоторға мөмкин.
Ҡомһоҙлоғо арҡаһында суртан шәп үҫә, шуның өсөн нисә йәштә икәнен аныҡ ҡына билдәләү ҡыйын. Тыныс ҡына аҡҡан йылғаларҙы, ҡамышлы быуа-күлдәрҙе үҙ итә. Шаршыларҙа, һалҡын һыу ятҡылыҡтарында йәшәмәй тиерлек. Суртанды “һыу бүреһе” йәки “һыу санитары” тип атарға ла мөмкин, сөнки ул ауырыу йәки яралы балыҡтар менән дә туҡлана, ҡәрҙәштәрен ашауҙан да тартынмай. Томбаш, сабаҡ, тәлмәрйен, бәләкәй ҡоштар – төп аҙығы. Уның йыртҡыслығы, ҡом­һоҙлоғо хаҡында балыҡсылар яҡшы белә. Бындайҙарҙың бармағы үҙенә кәкре тигәндәй, тештәре ауыҙының эсенә ҡарай бөгөлөп тора. Тимәк, ҡорбандың ысҡынырға маташыуы файҙаһыҙ. Был тештәр тәжрибәле балыҡсыларға ла күп мәшәҡәт тыуҙыра. Ҡармаҡты ысҡындырам тип ауыҙына тығылдыңмы — бөттө, бармаҡтарыңды ҡара ҡанға батырмайынса ҡотола алмаҫһың.
Суртан ҡармаҡҡа ҡапҡан үле балыҡты ла йота. Шул уҡ ваҡытта әгәр уныһы түше менән салҡан әйләнгән булһа йәки һыу төбөнә ятһа, уға яҡын да килмәй. Ошондай осраҡта һәүәҫкәр балыҡсыларға түбәндәге ысулды ҡулланырға мөмкин. Үле ташбашты йәки сабаҡты ике асалы ҡармаҡҡа эләктереп, ятыуға ырғытырға һәм ағымдың ҡаршыһына ҡарай уйнатырға кәрәк. Уңыш оҙаҡ көттөрмәҫ.
Суртан йәй баштарында сәнскеле балыҡтарҙы тотоу менән ашамай, ә үлгәнен көтә, сөнки уның май айында ғына алмаштырған тештәре йомшаҡ, һунар өсөн яраҡһыҙ була. Шуға ла ошо осорҙа яралы ваҡ балыҡтар күбәйә.
Суртан иртәле-кисле яҡшы ҡаба. Көндөҙ йотҡан балыҡтарын эшкәртеү менән мәшғүл. Ҡамыш араһында, ҡояш төшкән йылы ерҙә йоҡларға ярата. Асыҡһа, уны балыҡ баҫ­тырыуҙан бер нәмә лә туҡтата алмай, табышына ҡоторған бүре һымаҡ ташлана.
Балыҡсыларҙың күҙәткәне барҙыр: суртандар ыуылдырыҡ сәскән ваҡытта өйөр менән йөрөмәй, ә бәләкәй генә төр­көмдәргә бүленеп уйнай. Орлоҡто яҙғыһын йылы күләүектәргә сәсә­ләр. Ләкин ыуылдырыҡтарының күбеһе һыу ҡороу сәбәпле юҡҡа сыға, өҫтәүенә уларҙы алабуға, йырт балыҡ та тәмләп ҡарауҙан тартынмай. Шул мәсьәлә лә борсой: ҙур быуаларҙа ваҡ балыҡтар күпләп үрсей, ә суртан бөтөнләй юҡ. Киләсәктә ошондай ятҡылыҡтарға “һыу бүреһе” ебәрелһә, отошло булыр ине. Яй үрсегәнлектән, суртан һатыуға ла һирәк сығарыла. Уны күберәк ау менән ҡороталар.
Суртанды ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа тотоуҙың үҙ серҙәре бар. Ырғаҡҡа тере селбәрә кейҙереп, уны һыуға ипләп кенә ебәрергә кәрәк. Ҡармаҡ ебе 0,4 – 0,5 миллиметрҙан нәҙек булмаҫҡа тейеш, 8-се, 11-се ырғаҡ алына. Әгәр тымыҡ урында ҡармаҡлайһың икән, ырғаҡты селбәрәнең арҡа йөҙгөсөнә эләктерергә кәрәк. Ағын һыуҙа иһә – өҫкө ирененә. Икенсе бер ысул: ҡармаҡ ебе селбәрәнең ауыҙынан индерелеп, айғолағынан сығарылып, арҡа йөҙгөсөнә ҡаҙап ҡуйыла.
Йылтырмаға эләктереү – һәр балыҡсының хыялы. Суртан уға айырыуса көҙ айҙарында һәйбәт ҡабыусан.


Вернуться назад