Һуңғы йылдарҙа гәзит-журналда, радио-телевидениела, Интернетта етем балалар учреждениеларында тәрбиәләнгәндәрҙең байтаҡ өлөшө алкоголизмға, наркоманияға бирелә, енәйәтселәр һанын арттыра тигән хәбәр киң таралды. Дөрөҫөн әйткәндә, был беҙҙең, уҙған быуаттың 40 — 50-се йылдарында балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең, башына һыймай.
Эйе, дәһшәтле һуғыш йылдарында беҙ ҙә атайһыҙ, күптәребеҙ әсәйһеҙ ҡалдыҡ һәм туғандарыбыҙ йәки таныштарыбыҙ юллауы буйынса, дәүләт органдары (милиция, халыҡ мәғарифы бүлектәре) хәстәре менән балалар йортона эләктек. Башҡортостанда был ойошмаларҙың бер нисәһе Өфөлә, күптәре райондарҙа, шул иҫәптән Архангелдә лә асылғайны.
Шау-гөр килеп донъяла яңы тыуған социализм сәскә атҡан саҡта фашистик Германия илебеҙгә яуыздарса баҫып инде. Барлыҡ совет халҡы аяуһыҙ көрәшкә күтәрелде. Миллионлаған кеше кеүек, атайым да, Ҡыҙыл Армия офицеры, 1943 йылда 29 йәшендә яу ҡырында батырҙарса башын һалған. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ил, халҡы алдындағы бурысын һуңғы һулышына тиклем намыҫ менән үтәгән. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында Архангел районында ул әсәйем менән мәктәптә балалар уҡытҡан, дүрт бала үҫтергән, яҡты тормош өсөн ялҡынлы көрәшкән коммунист булған. Атайым һуғышҡа киткәс, тормоштоң бөтә ауырлығы әсәйемдең иңенә төшкән. Утлы яу йылдары һәм унан һуңғы осор нисек кенә ауыр булмаһын, атайымдың “балаларҙы уҡытырға кәрәк” тигән васыятынан тайпылмай, Фәсәхәт әбейем кәңәше менән 1947 йылда ул беҙҙе — мине, Марат ағайымды, Рафаэль ҡустымды – Өфөгә алып килгән.
Икәүебеҙ — 5-се, ҡустым 1-се балалар йортона эләктек. Беҙҙең учреждение ул ваҡытта Революцион һәм хәҙерге Әй урамдары киҫешкән ергә яҡын дүрт ҡатлы мөһабәт йортта (хәҙерге 44-се мәктәп бинаһында) урынлашҡайны. Өҫкө ҡатта ятаҡтар һәм башланғыс класс уҡыусылары бүлмәләре бар ине, юғары класс уҡыусылары икенсе-өсөнсө ҡаттарҙа йәшәп, Зенцов урамындағы 9-сы башҡорт мәктәбенә йөрөп уҡыны.
Класташтарымдың күбеһен 1947 йылғы “беренсе саҡырылыш” етем балалар тәьмин итте. Ҙур бер ғаиләләге кеүек, ун йыл бергә йәшәнек. Башта бер карауатта икешәрләп йоҡланыҡ. Салауат районынан Рифҡәт Йыһанбаев менән икебеҙгә бер пальто бирҙеләр: шулай итеп, алмашлап урамға сыға алдыҡ. Аяҡҡа кейер өсөн яп-ялтыр кәлүш, быйма, кирза итек, туфли ике йыл үткәс кенә булды.
1949 йылда башҡортса уҡыған балаларҙы Социалистик (хәҙерге Мостай Кәрим) урамындағы ике ҡатлы 7-се йортҡа күсерҙеләр. Ә 9-сы мәктәп, Красин урамындағы 33-сө йортҡа күсерелеп, мәктәп-интернатҡа әүерелде. Белем усағы 1956 йылдан — 1-се башҡорт мәктәп-интернаты, 1992 йылдан 1-се Республика башҡорт гимназия-интернаты булды. Ә 1994 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Ғарипов исемен йөрөтә башланы.
Беҙ уҡыған осорҙа Союздың һәм Башҡортостандың хөкүмәт даирәләре милли кадрҙар әҙерләргә тырышты. “Был ниңә шулай?” —тип һораһағыҙ, иң элек шуны әйтер инем: республика кимәлендәге балалар йортона һәләтле балаларҙы ғына һайлап алдылар. Тәртип боҙғандарҙы, уҡыуҙа өлгәшә алмағандарҙы район балалар йортона ҡайтарҙылар. Шулай ҙа, мәҫәлән, 1951 йылда беҙҙең кластан алты баланы икенсе йылға ҡалдырҙылар. Рус теленән, математиканан өлгәшә алмайҙар ине. Дәүләттең иҫ киткес гуманлылығына, уларҙың уҡыуҙарына һәм тәьмин ителешенә бер ниндәй ҙә сикләү булмауына хайран ҡалырлыҡ! 1951 йылда беҙҙең V класс балаларын 9-сы мәктәп- интернатҡа күсереп, икенсе йылға ҡалғандар урынына райондарҙан килгәндәрҙе алдылар.
Беҙ, һуғыш балалары, атай-әсәйһеҙ ҡалып, бәләкәйҙән тор- моштоң әсеһен-сөсөһөн татып үҫтек. Ғәмәлдә бағыусыһыҙ ҡалған ҡыҙҙарҙан, малайҙарҙан илебеҙ халыҡ бәхете, Тыуған ил өсөн, Сталин өсөн йәнен фиҙа ҡылған атайҙарыбыҙға тоғро булырлыҡ илһөйәрҙәр тәрбиәләү өсөн бөтәһен дә эшләне. Кумирҙарыбыҙ Василий Чапаев, Николай Островский, Павел Корчагин, Александр Матро- сов (беҙҙең кеүек үк ҡараусыһыҙ бала), Зоя Космодемьянская, Лиза Чайкина, генерал Миңлеғәле Шайморатов, Муса Гәрәев (беҙҙең пионер дружинаһы уның исемен йөрөттө), панфиловсылар һәм “Йәш гвардия” комсомолдары ине.
“Бәхетле бала саҡ өсөн иптәш Сталинға рәхмәт”, — тип ысын күңелдән ҡабатланыҡ. Бөгөн ҡайһы берәүҙәр беҙҙе бер ҡатлылыҡта ғәйепләр, әммә ул саҡта тормош менән, ил менән бергә атланыҡ: тулҡынланып пионер сафына баҫтыҡ, комсомол значогын ғорур тағып йөрөнөк, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаштыҡ, спорт секцияларында, кластан тыш әҙәби, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә, Пионерҙар йортонда, Республика балалар техник станцияһында төрлө һөнәргә эйә булырға тырыштыҡ. Балалар йортонда ла аяҡ кейеме йүнәтеү, ағас, тегенселәр эштәрен үҙләштерҙек. Республика, ҡала, район фестивалдәрендә, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаштыҡ, еңеүсе булдыҡ. Шул уҡ ваҡытта намыҫлы еңелә белергә лә өйрәнгәнбеҙҙер, тип уйлайым.
Мәктәп йылдары үтте, өлгөргәнлек аттестаты алынды. Тормошобоҙҙағы иң мөһим дәүер тамамланды. Балалар йортонда һәм интернатыбыҙҙа үҙебеҙҙе бер ҡасан да етем һиҙмәнек. Өшөһәк, бөтәбеҙ ҙә өшөгәнбеҙ, асыҡһаҡ, бөтәбеҙ ҙә асыҡҡанбыҙ, тик бер ваҡытта ла беҙҙе ҡыйырһытманылар. Иң мөһиме – бындағы балалар ысын мәғәнәһендә алтын тәрбиә алды. Күпме талантлы шағир, яҙыусы, рәссам, инженер, төҙөүсе, ғалим сыҡты был уҡыу йортонан! Былар бөтәһе лә һеҙ ҡәҙерләп үҫтергән емештәр, ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ һәм тәрбиәселәребеҙ Сажиҙә Зайлалова, Нәсимә Мағазова, Мәхмүҙә Мөхәмәҙиева, Разия Ниғмәтуллина, Зыя Усманов, Мәрйәм Халиҡова, Роза Әхмәрова, Фәриғә Дауытова, Ғәлимә Хәсәнова, Рәйсә Ғафарова, Суфия Әхтәмова, Мәрйәм Ғималова, Ләйлә Ваһапова, Лениза Абушаһмина, Сәғмән Шәйәхмәтов, Мәхтүмә Яхина, Фәрзәнә Ибраһимова, Әминә Йыһаншина. Һеҙҙең һүҙҙәрегеҙ ғүмер буйы йөрәктәребеҙҙә, биргән ғилемегеҙ юлда һүнмәҫ йондоҙ булып ҡала.
Эрнст ЮЛБАРИСОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәй тау фәндәре академияһы академигы, техник фәндәр докторы, геология-минералогия фәндәре кандидаты.
(Аҙағы бар).