Сит илдә лә беләләр уны22.11.2014
Сит илдә лә беләләр уны
Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында башҡорт антропологы Ринат Йосопов иҫтәлегенә “Йосопов уҡыуҙары” халыҡ-ара фәнни конференцияһы булды.


Этнограф, фольклорсы, лингвист, тарихсы Ринат Мөхәмәт улы – медицина белеменә лә эйә булып, һәр күренешкә ҡарата бер нисә фән күҙлегенән сығып фе­кер йөрөткән, халҡыбыҙҙың үткәнен төплө өйрәнеп, мөһим мәғлүмәт туплауға өлгәшкән, республиканың ғына түгел, тотош ил тарихында яҡты эҙ ҡалдырған күренекле шәхес. Уның баш­ҡорт халҡының этник тамырҙары хаҡындағы хеҙ­мәттәре башҡорт, урыҫ, инглиз, немец телдәрендә донъя күргән, Рәсәй фә­ненең алтын фондына индерелгән.
– Башҡорт этнографияһы буйынса икенсе тапҡыр үткәрелгән конференция – уникаль күренеш, сөнки ул беҙҙең антропология мәк­тәбе барлығын, уға нигеҙ һалған Ринат Йосопов эшмәкәрлегенең оло баһаға лайыҡ икәнен иҫбатлай. Сарала төрлө төбәктәрҙән килгән белгестәр ҡатнаша, Бөйөк Британия, Төркиә, Австрия илдәрендәге хеҙмәт­тәштәребеҙҙән дә мәҡә­- ­ләләр бар, – тине география фәндәре докторы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт ин­сти­тутының этнология бүлеге мөдире Айбулат Псәнчин.






Вернуться назад