Башҡортостан юлдаш телеканалында барлыҡҡа килгән «Башҡорт телен өйрәнәм» тапшырыуҙар циклын тамашасы иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Проект йәш полиглот, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенты Вячеслав Чернев яҙған методикаға нигеҙләнә. Башҡорт телен пропагандалауҙың үҙенсәлекле өлгөһө уйлап табылһа ла, килеп сығырмы, юҡмы, ғалимдар нисек ҡабул итер, тигән икеләнеүҙәргә лә урын ҡалды. Башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү маҡсатында эшләп килгән «Мираҫ» хәйриә фонды күңелдә ышаныс уятты, «Беҙ ҙә эшләмәһәк, тағы кем?» тигән ынтылыш ең һыҙғанырға этәргес бирҙе. Фондтың Попечителдәр советы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева ярҙамына таяндыҡ.
Бер кемгә лә сер түгел, дәүләт теле булараҡ, башҡорт теле яҡлауға мохтаж. Бөгөн бөтә яуаплылыҡ мәғариф учреждениеларына ғына ҡайтып ҡала. Бәлки, әлегә 12 сығарылышты күҙаллаған эксперименталь телевизион мәғариф проекты киләсәктә юғарыраҡ кимәлдә лә яҡлау табыр һәм туҡталып ҡалмаҫ. Әммә бөгөн тулы ышаныс менән, төп маҡсатҡа ирештек, тип әйтеп була. Беҙҙең ҡатнашыусылар яйлап ҡына башҡортса һөйләшә, аңлаша башланы ла инде. Шулай ҙа иң мөһиме — башҡорт теле нимәгә кәрәк тигән стереотип ҡарашты юҡҡа сығарыу. Проектта ҡатнашыусылар — төрлө милләт, һөнәр вәкилдәре. Улар ярҙамында беҙ төп бурысты атҡара алдыҡ. Хеҙмәте Рәсәй кимәлендә баһаланған теш табибы Теймур Абдурахманов, башҡорттоң “Урал батыр” эпосына мөкиббән Аладдин Самедов, баш ҡала йәштәре араһында популяр шоумен, шулай уҡ Өфө дәүләт авиация техник университеты аспиранты Селестин Жульен, йәш хәбәрсе Софья Покровская менән Башҡорт дәүләт университетының студенттар клубы етәксеһе, магистр Ирина Сухареваға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Телебеҙҙе белмәһәләр ҙә, өйрәнергә теләүселәр бихисап. Алып барыусы егетебеҙҙең — башҡорт телендә иркен аралашҡан, телдең байлығын бар тәрәнлегеңдә тойған һәм ошо йәһәттән үҙ фекерҙәре менән ихлас уртаҡлашҡан Вячеслав Черневтың һүҙҙәре беҙгә маяҡ кеүек: тел — ул өн, хәреф, һүҙ һәм һүҙҙәр теҙмәһе генә түгел, ә менталитет, донъяға ҡараш.
Яңы телде өйрәнеү — донъяны яңыса таныу өсөн тағы бер тәҙрәне асыу. Төрки мәҙәниәттең айырылғыһыҙ өлөшө булған башҡорт теле лә — ҡарашты, аралашыу даирәһен киңәйтеү майҙаны. «Башҡорт телен өйрәнәм» Башҡортостан юлдаш телеканалында шәмбе көндө 12 сәғәт 45 минутта эфирға сыға. Ҡабатлау сығарылыштарының ваҡыты — һәр йома 13 сәғәт 45 минутта.