Төйәкте күтәргән ир-азамат21.11.2014
Төйәкте күтәргән ир-азамат Кешелек тарихынан күренеүенсә, рухи яҡтан ныҡлы, йәғни динле халыҡтарҙың башҡаларға ҡарағанда һәр яҡлап алда булғаны билдәле. Быны Ғафури районының Сәйетбаба ауылы миҫалында ғына ла иҫбатлай алам.


Таш эшенең әһәмиәте

Октябрь инҡилабына тиклем бында биш мәхәллә булып, уларҙы электән эшләп килгән өс мәсет һәм ауыл байҙары тарафынан яңы мәсеттәр һалынғанға тиклем биреп торолған ике ҙур йорт хеҙмәтләндергән. Ауыл халҡын рухи яҡтан тәрбиәләүгә ошо иман йорттарындағы мулла-мәзиндәр, ишан-хәҙрәттәр, хәлфәләр, мөғәллимдәр, һуңынан инде хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ ифрат ҙур өлөш индергән. Әбйәлил ишан, Сирай хәҙрәт, йәғни Сиражетдин Фәхретдинов, Сабир хәҙрәт, Хәлил, Хәлим, Сәйфулла, Хатип муллалар, Әбйәлил мулла Сираев (Сиражетдин Фәхретдиновтың улы), Мөхәмәтша мулла Латипов һәм башҡа дин әһелдәре ауыл тарихында, халыҡ хәтерендә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған. Улар, Сабир хәҙрәттән (ул – Оло Үтәштән) башҡалары, Сәйетбаба ауылы кешеләре булған.
Исемдәре телгә алынған руханиҙар араһында ауылыбыҙҙың иң һуңғы указлы муллаһы һәм мөғәллиме Мөхәмәтша Ҡаһарман улы Латипов айырым урын алып тора. Уның тормош юлы һәм яҙмышы ҡатмарлы, фажиғәле ваҡиғалар менән тулы.
Үткәндәрҙән шуны иҫкә төшөрөп китмәй булмай: ХIХ быуатта һәм ХХ быуаттың Октябрь инҡилабына тиклемге осоронда ауыл халҡының төп кәсептәренең береһе таш эше булған. Кәрәкле таштарҙы Мәндем йылғаһы буйлап теҙелеп киткән тауҙарҙан, ҡаяларҙан соҡоп, уйып, киҫеп алғандар. Сәйетбаба халҡы күңелендәге рухи байлыҡтың киңлеге, тотҡан диненең, иманының ныҡлығында ошо ауыр хеҙмәттең дә өлөшө ҙур. Ул тәү сиратта кешеләрҙе берҙәм булырға өйрәткән. Ылаусылар ҙа таш артынан ҡышҡы хәүефле юлға берәм-һәрәм генә йөрөмәгән. Ауыр булһа ла, был хеҙмәт килемле һаналған. Халыҡ хәҙерге һымаҡ теләһә ҡайҙа эш эҙләп сығып китмәгән. Сәйетбаба шул замандарҙа уҡ үҫкән, тора-бара башҡорт ауыл­дарының иң ҙурына әйләнгән. Ә ылаусылар, алыҫ ерҙәрҙә төрлө кешеләр менән аралашып, яңы һөнәрҙәр өйрәнеп ҡайтҡан һәм үҙ ерлегендә ҡуллана башлаған. Ошо арҡала Сәйетбабаның иҡтисади хәле шул замандарҙа уҡ тирә-яҡтағы ауылдарҙыҡына ҡарағанда юғарыраҡ булған.
Латиповтарға исеме фамилия булып ҡалған йәш кенә Ғәбделатиф эшкәртелгән әҙер таштарҙы алыҫҡа илтеү хеҙмәтен башҡарған. Шул эшен үтәгәндә, ҡышҡы юлда һыуыҡ тейҙереп ауырып киткән һәм 22 генә йәшендә вафат булған. Латиптың Ҡаһарман исемле улы, Ғәфүрә исемле ҡыҙы олатаһы менән өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән. Улы, үҫеп буй еткергәс, атаһы кеүек ылаусы эшенә тотонған. Һеңлеһе Ҡауарҙы ауылына килен булып төшкән. Кейәүҙәренең фамилияһы ла Латипов булып сыҡҡан. Тағы ла бер осраҡлыҡ: Ҡаһарман өйләнгән ҡыҙҙың исеме лә Ғәфүрә булған.
Ғәфүрә менән Ҡаһарман Латиповтар ете бала тәрбиәләп үҫтергән: Мөхәмәтзакир, Мөхәмәтша, Әхмәтша, Әхмәҙей, Ғәбделбарый (Барый) исемле улдар; Хәнифә, Тайба исемле ҡыҙҙар. Өлкәндәре 1886 йылда тыуған. Ул батша әрмеһендә бер йыл ғына хеҙмәт иткәс, ауырып үлеп ҡалған. Мөхәмәтша Латипов иһә 1889 йылдың декабрендә донъяға килгән. Ул һау-сәләмәт, зирәк бала булып үҫкән. Биш-алты йәшлек малай, ағаһына эйәреп, Сирай (Сиражетдин) мулланың мәсете янындағы мәҙрәсәгә йөрөгән. Отҡор бала тиҙ арала хәреф таный башлаған. Сиражетдин хәҙрәт, малайҙың һәләтле икәнлеген күреп, уны ҙурыраҡ мәктәптәрҙә уҡытырға кәрәклеген әйткән.
Мөхәмәтша Сәйетбаба мәҙрәсәһендә 11 йәшкә тиклем белем алған. Ә 1901 йылда атаһы уны Үтәккә уҡырға алып барған.

Мәҙрәсәлә уҡыу йылдары.
Әхмәтзәки Вәлиди менән аралашыу


Үтәк мәҙрәсәһен ойошторған, уға етәкселек иткән алдынғы ҡарашлы мәғрифәтсе Хәбибнәжәр хәҙрәтте (ҡайһы бер әҙәби-тарихи яҙмаларҙа уның исемен Хәбибназар тип яҙалар) Мөхәмәтша мулла һәр ваҡыт “остазым” тип хөрмәтләр булған. Латипов мәҙрәсәлә тәүге көндәрҙән үк иң яҡшы уҡыусы булараҡ танылыу алған.
1902 йылда Үтәккә уҡырға Әхмәтзәки Вәлидов килгән. Ул Хәбибнәжәр хәҙрәттең ике туған һеңлеһенең улы булған. Бик яҡшы уҡыған ике шәкерт – Мөхәмәтша менән Зәки – уртаҡ телде тиҙ табып, дуҫлашып киткәндәр. Латипов остаздары һәм Әхмәтзәкиҙең йоғонтоһонда фарсы, ғәрәп, иҫке төрки телдәрен ныҡлап үҙләштергән, тарихты, теүәл фәндәрҙе лә төплө өйрәнгән.
Хәбибнәжәр хәҙрәт эҙләнергә яратҡан, ҡыҙыҡ­һыныусан шәкерттәренә ырыуҙарының, нәҫелдәренең шәжәрәләрен төҙөргә йөкләмәләр ҙә биргеләгән. Мөхәмәтша Латипов 1906—1908 йылдарҙа был эште атҡарып сыҡҡан. Уҡымышлы ауыл ҡарттарынан һорашып, яҙып алып, тарихи китаптарҙан уҡып, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың һәм башҡа тарих­сыларҙың хеҙмәттәрен өйрәнеп, файҙаланып, үҙ ырыуының шәжәрәһен төҙөгән. Уны Хәбибнәжәр хәҙрәткә һәм Әхмәтзәкигә күрһәткән, Сәйетбаба ауылының алға китеүенең таш сығарыу менән бәйлелеге хаҡында әйткән. Боронғо олатаһы Ҡылысарыҫлан хаҡында яҡын-тирәләге халыҡта киң таралған риүәйәтте лә бәйән иткән.


(Дауамы бар).


Вернуться назад