Рөстәм ХӘМИТОВ: “Уңайлы шарттар булһа, йәштәр ситкә китмәҫ”21.11.2014
Рөстәм ХӘМИТОВ: “Уңайлы шарттар булһа,  йәштәр ситкә китмәҫ”
Нисек кенә булмаһын, ауыл һәм ҡаланың, дөйөм йәмғиәттең үҫеше тыуымға, балалар һанына ҡарап билдәләнә. Әлбиттә, был күрһәткескә йәшәү шарттарының уңайлылығы йоғонто яһай. Үҙ йорто, хеҙмәт урыны, һәйбәт эш хаҡы булһа, йәш ғаилә ниңә ишәймәһен? Республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың Стәрлебашҡа эш сәфәрендә ошо мәсьәлә төп иғтибар үҙәгендә булды.


Төбәк башлығы тәүҙә районда эшләп килгән һәм сафҡа инәсәк социаль объекттарҙы ҡараны, уларға ҡағылышлы проблемаларҙан сығыу юлдарын бергәләп эҙләргә саҡырҙы. Мәҫәлән, “Орленок” балалар һауыҡтырыу-белем биреү үҙәге күп йылдар эшләп килә. Быға тиклем балаларҙы йылына өс ай ғына хеҙмәтләндергән учреждение хәҙер көҙгө, ҡышҡы, яҙғы каникулдарҙа ла буш тормаясаҡ. Унда төрлө йүнәлешле сменалар ойоштороу, ғаилә менән ял итеү мөмкинлеге һәм башҡа шарттар булдырыу ҡаралған. Лагерға күрше урынлашҡан саңғы базаһының биләмәһе менән биналарын да бирергә ниәтләйҙәр.
Артабан Рөстәм Хәмитов сафҡа инергә әҙер балалар баҡсаһына юл тотто. Учреждение декабрь урталарында эш башлаясаҡ, унда 120 тирәһе бала йөрөйәсәк. “Стәрле” спорт-һауыҡтырыу комплексында иһә Президент йәш спортсылар менән аралашты, уларҙың уй-маҡсаты менән ҡыҙыҡһынды. 2006 йылдан эшләп килгән был комплекста 450-нән ашыу бала шөғөлләнә, бинала бассейн, тренажер һәм фитнес залы, шахмат секцияһы бар.
Мәҡсүт ауылында балалар баҡ­саһы сафҡа ингәне хаҡында “Баш­ҡортостан” гәзитендә яҙылғайны инде. Ул ташландыҡ бинаны яңыр­тып эшләнде. Президент бындай алымға ыңғай баһа бирҙе.
Рөстәм ХӘМИТОВ: “Уңайлы шарттар булһа,  йәштәр ситкә китмәҫ”Рөстәм Хәмитовтың иғтиба­ры­нан ауыл хужалығы ла ситтә ҡалманы. Төбәк башлығы “Правда” агрофермаһында “500 ферма” проек­тының уңышлы ғәмәлгә ашы­рылғанын күрҙе. Программа ярҙа­мында мал үрсеткән хужа­лыҡтың һөт блогына һәм йәй­ләүенә ремонт яһалған, башҡа эштәр ҙә башҡа­рылған.
Район хакимиәте вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, депутаттар ҡатнашлығында уҙған кәңәшмәлә Рөстәм Зәки улы Стәр­лебашта һуңғы йылдарҙағы күр­һәткестәр менән ҡәнәғәт булыуы хаҡында белдерҙе.
– Әммә барыһын да һан бил­дәләмәй. Ябай халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән маҡсатлы эш алып барырға кәрәк, – тине Президент. – Төбәктә проблемалар ҙа юҡ түгел, мәҫәлән, халыҡ кәмей, инвестиция кимәле аҙ. Инвесторҙар булып (улар урындағы халыҡтан икән, бигерәк тә яҡшы), эш урындары барлыҡҡа килһә, йәштәр ҙә райондан ситкә китмәйәсәк.






Вернуться назад