Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының икенсе “Ғәмәлдәр форумы”ында ҡатнашты. Был төркөмгә төбәк штабы рәйестәштәре Эльвира Айытҡолова, Максим Михайлов һәм Азат Фазлыев, төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин, Рәсәй Президентының ышаныҡлы кешеләре Рәшиҙә Солтанова менән Надежда Крылова инде.
Эльвира Айытҡолова форумда төбәктәге телерадиотапшырыу хеҙмәтенең проблемалары хаҡында һөйләне.
— Кабелле операторҙар сит ил телеканалдарына хаҡ түләргә әҙер, шул уҡ ваҡытта төбәктәге тапшырыусылар менән хеҙмәттәшлек итергә ашыҡмай, — тине ул. — Әле кабелле операторҙар тариф сәйәсәтен аныҡ билдәләмәй, телеканалдарға тапшырыуҙар пакетына ҡушылыу өсөн ҡиммәт хаҡ ҡуя. Бындай хәл төбәк каналдарының күпселеген ябыуға килтереүе ихтимал.
Депутаттың фекеренсә, тапшырыусылар менән кабелле операторҙар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе аныҡ көйләү шарт. Был киләсәктә бәхәскә, аңлашылмаусанлыҡҡа юл ҡуймау мөмкинлеген бирәсәк.
Әйткәндәй, күптән түгел Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Журналистарға хоҡуҡи ярҙам үҙәгенә Өфөләге “Туған тел” телеканалы директоры Рәмил Ғәниев мөрәжәғәт иткәйне. Ул эфир тәҡдим иткән кабелле операторҙың ҡиммәт хаҡ ҡуйыуына зарланды. Бындай проблема илебеҙҙең башҡа төбәктәренә лә хас.