Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте эшмәкәрлеген камиллаштырыуҙың айырым мәсьәләләре тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Хакимиәт структураһын ҡулайлаштырыу маҡсатында Территориялар менән эшләү һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығы Муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү, Дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте мәсьәләләре идаралыҡтарына бүленде. Һәр береһенең структур подразделениелары бар. Бынан тыш, Башҡортостан Президентының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығындағы мәғлүмәт һәм электрон технологияларҙы ҡулланыу бүлеге бөтөрөлдө.
Указға ярашлы Эксперт-контроль идаралығына һәм Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығына ингән ҡайһы бер бүлектәрҙең атамаһы үҙгәртеләсәк.