“Гәзитте һәр башҡорт алдырырға тейеш!”21.11.2014
“Гәзитте һәр башҡорт алдырырға тейеш!”
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ, шағир, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты:

— Гәзитте хәреф танығандан бирле уҡыған һәм уҡыясаҡ кеше, ҡулыма ҡәләм алғандан башлап уға яҙыш­ҡан һәм баҫмала әҙәби хеҙмәткәр, Урал аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсе, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире булып эшләгән журналист булараҡ, бөтә яҙмышым “Башҡортостан” менән уҡмашып бәйләнгән, тип әйтергә хаҡым бар. Милли матбуғатҡа битараф булған кешеләрҙе мин дошманым һымаҡ күрәм. Гәзит хаҡында һүҙ сыҡҡанда, үҙемдән дә, таныштарымдан да: “Һин баҫманың тиражын арттырыу, йөкмәткеһен байытыу һәм йоғонтоһон көсәйтеү буйынса нимә эшләнең, ниндәй аныҡ сара күрҙең? — тип һорайым. “Башҡортостан”ды мотлаҡ һәр башҡорт алдырырға тейеш, тип иҫәпләйем. Шуға ла, үҙемдән тыш, гәзитте дүрт студентҡа — БДУ-нан Гөлназ Хәсәноваға, Фәниә Юлановаға һәм М. Аҡмулла исе­мендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан Айгөл Ғәбитова менән Сафия Мөхәмәтйәноваға — яҙҙырырға булдым. Йәштәр баҫманы уҡып ҡына ҡалмаҫ, уның әүҙем авторҙарына әүерелер, тип өмөтләнәм. “Башҡортостан” — беҙҙең үткәнебеҙ ҙә, бөгөнгөбөҙ ҙә, киләсәгебеҙ ҙә!


Вернуться назад