Тоғролоҡҡа һынау осоро21.11.2014
Иң шәп бүләк
Сентябрҙән башланған матбуғат­ҡа яҙы­лыу кампанияһы ла тамамланыуға табан бара, ни бары бер ай ҡалып килә. Шуға күрә һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, 2015 йыл­дың тәүге яртыһында “Башҡорт­остан”һыҙ ҡала күрмәгеҙ, почта бүлексәһенә барырға ашығы­ғыҙ, тип йәнә өндәшәбеҙ.
Әлегәсә республиканың милли телдәге төп баҫмаһын алдырып, илһөйәрле­ген, рухлығын иҫбатлаған уҡыусыларыбыҙҙың артабан да беҙҙән айырылмаҫына ыша­на­быҙ. Ә бына теге йәки был сәбәп табып, милли матбуғат яҙмышына битарафлыҡ күрһәткән­дәрҙе нисек ҡуҙғатырға һуң? Әлбиттә, иң элек, тоғро дуҫтарыбыҙ, һеҙгә таянмаҡсы­быҙ: гәзитте үҙегеҙ генә алдырып ҡалмай, күрше-күләне­геҙ­ҙе, туған-тыума­сағыҙҙы ла яҙҙы­рырға күндерһә­геҙ ине.
“Башҡортостан”дың шәп бүләк булыуын да иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ. Бәлки, дуҫ­тарығыҙҙың һәм туғандарығыҙҙың тыуған көнө, юбилей тантанаһы йәки бүтән байрамы яҡынлашалыр. Яҡын кешегеҙгә гәзит яҙҙырт­һа­ғыҙ, һис шикһеҙ, уға матур бүләк эшләрһе­геҙ. Шулай уҡ рухташтарығыҙҙы Яңы йыл байрамы уңайынан да шатландыра алаһығыҙ.
Юлдары төрлө –
ҡулайлыһын һайла

Баш ҡала халҡына гәзит-журналға арза­ны­раҡ­ҡа яҙылыу өсөн мөмкинлектәр бай­таҡ. Иң ҡулайы, әлбиттә, эшләгән йәки йәшәгән уры­ны­ңа яҡын урынлашҡан “Өфө-матбуғат” ки­оскы­һын­да яҙылыу. Беренсе­нән, үҙең теләгән ва­ҡыт­та барып алаһың, икенсенән, баҫма юғал­май, өсөнсөнән, хаҡы ҡиммәт түгел.
Бер айға – 145 һум, алты айға – 870 һум.
Оҙаҡ йылдар алдырып, гәзиттән айырылмайым тигән ҡайһы бер кешеләрҙе лә баҫманың хаҡы уйландыра, шул сәбәпле “Баш­ҡортостан”­дан мәхрүм булалар. Ошо­но иҫәпкә алып, уларға арзаныраҡҡа яҙы­лыу­ҙың бер нисә юлын тәҡдим итәбеҙ.
l Редакцияла яҙылып, теләгән ваҡы­тығыҙҙа килеп алып йөрөү мөмкинлеге бар. Был ос­раҡта хаҡ күпкә осһоҙораҡ.
l Почта бүлексәһенән үҙең барып алыу шар­ты менән яҙылғанда ла гәзит хаҡы түбәнерәк.

Заман менән бергә атлайбыҙ

Хәҙерге заман технологиялары матбуғат баҫ­ма­ларына яҙылыуҙа ла ярҙамға килә. “Башҡортостан” гәзитен дә Интернет аша яҙ­ҙы­рып уҡыу мөмкинлеге хаҡында күп­тән хәбәр иткәйнек инде. Әле баҫманы байтаҡ кеше электрон РДҒ-форматта уҡый. Был бигерәк тә республиканан ситтә, йәғни башҡа илдәрҙә, күрше өлкәләрҙә, Себер тарафтарында йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙгә уңайлы. Улар өсөн гәзиткә ошондай юл менән яҙылыуҙың өҫтөнлөгө ҙур. Мәҫәлән, “Башҡорт­остан”дың һәр яңы һаны менән иртә таңдан уҡ таныша алалар, йәнә ул юғалмай, хаҡы ла арзаныраҡ, мәғлүмәттәр ҙә ваҡытында килеп етә.
Электрон версияға яҙылыу өсөн һаҡлыҡ кассаһы аша аҡса күсерергә лә (реквизиттар сайтта күрһәтелгән) квитанция күсермәһен редакцияға ебәрергә кәрәк. Әйткәндәй, РDҒ-форматта гәзиткә теләһә ҡайһы айҙан яҙылырға мөмкин.
Хаҡы алты айға – 450 һум.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!


Вернуться назад