Һаулыҡты һатып алып та, бүлешеп тә булмай. Һау-сәләмәт булыу иң элек кешенең үҙенә бәйле. Шуға күрә уны бала саҡтан һаҡларға һәм нығытырға
өйрәнергә кәрәк. Хәстәрлек күреүгә тәү сиратта ата-әсә һәм олатай-өләсәйҙәр күндерергә тейеш. Сәләмәтлегең ҡаҡшамаһын өсөн көн дә атҡарылырға тейешле ябай ғына ҡағиҙәләрҙе яҡшы белеү һәм уларҙы үтәргә өйрәнеү зарур. Үҙеңә талапсанлыҡты һүрелтмәү мөһим. Миҫал өсөн шәкәр сирен генә алайыҡ. Был ауырыуға тарымау өсөн туҡланыуға иғтибар биреү мотлаҡ. Талаптарҙы үтәү әллә ни ҡатмарлы ла түгел. Мәҫәлән, иртән ҡарабойҙайҙан йәки һоло ярмаһынан бутҡа ашау файҙалы. Әгәр бешерергә иренһәң йәки ашыҡһаң, ҡарабойҙай ярмаһын йыуып, банкаға һалығыҙ ҙа кистән бер аш ҡалағы кефир йә ҡатыҡ ҡойоп ултыртығыҙ. Иртәнгә саҡлы ул бүртә, йәғни “бешә”. Шуға берәй төрлө емеш-еләк (ҡарағат йәки йөҙөм) өҫтәһәң, ул бынамын тигән ашҡа әүерелә. Тәмле итеп сәй ҙә эсеп ҡуйһаң, төшкө ашҡа тиклем тамағың туҡ тигән һүҙ. Әйткәндәй, был шәкәр сирлеләр өсөн дә һәйбәт диета.
Һоло ярмаһынан (геркулестан) да файҙалы ризыҡ әҙерләргә мөмкин. 0,7 литрлы банкаға ҡайнап һыуытылған һыу (яртыһынан күберәк итеп), өс-дүрт аш ҡалағы геркулес, ике бармаҡ дәүмәлендәй арыш икмәге, йә булмаһа, ярты стакан ҡатыҡ йәки кефир һалып, бер тәүлеккә ултыртып ҡуяһың. Иртәнсәк иҙә-иҙә һөҙгөс аша үткәрәһең. Кеҫәлгә оҡшаш шыйыҡлыҡ хасил була. Уның кәрәк тиклемен генә утта тотоп, ҡабартып сығараһың. Һыуынғас, ашарға ла була. Тәмләткестәр (йөҙөм йәки ҡарағат) һалырға ла ярай. Ашҡаҙан, эсәк, бауыр, бөйөр һәм шәкәр сиренән яфаланыусыларға бына тигән шифалы аҙыҡ ул. Төшкө ашҡа тиклем асыҡмайһың да.
Бынан тыш, арыш икмәгенә йәки шәкәр диабеты ауырыуҙары өсөн тәғәйенләнгәненә өҫтөнлөк бирәм. Ашығыҙ ҙа һимеҙ иттән бешерелгән булмаһын. Аҙнаһына ике-өс тапҡыр йәшелсәнән дә әҙерләргә тырышығыҙ. Табиптар уны күберәк ҡулланырға (картуфтан башҡаһын) тәҡдим итә.
Һөт ризыҡтарынан кефир, ҡатыҡ һәм шәкәрһеҙ йогурт һәйбәт. Ә эремсекте 100-200 грамм самаһы ашарға ярай.
Шәкәр сирлеләр күңеле теләгән барлыҡ төр аҙыҡ менән туҡлана алмай, ҡандағы шәкәр миҡдарын арттырмағандарын ғына һайларға тура килә. Ризыҡтың ярағанын ғына ашаһаң, сирҙең тәрәнәйеүенә юл ҡуймаҫҡа була. Ябай ғына кәңәштәремде һеҙгә еткерҙем, сәләмәтлеге хаҡында уйланғандар, бәлки, ҡолаҡ һалыр.
Гөлкәй АЛЛАҒОЛОВА.
Өфө ҡалаһы.