Мәсрүрә инәйҙең теләге21.11.2014
Бала саҡта етемлектә үткән йылдарын иҫенә төшөрһә, Мәсрүрә Мәрҙәмшинаның тәндәре сымырлап китә. “Эй Хоҙайым, бер генә балаға ла ундай тормошта үҫергә яҙмаһын!” Был теләкте 90 йәшлек инәй көн һайын тиерлек ҡабатлай.


Ете йәшендә етем ҡалып, үгәй әсә ҡу­лында үҫә, донъяның бөтә этлектәрен күрә ул. Ураҙбай ауылында биш балалы ғаиләлә донъяға килә. Атаһы Исхаҡ тураһында яҡшы иҫтәлектәр һаҡлай. Һомғол буйлы, иҫ китмәле көслө, бәһлеүән ир ярыштарҙың иң уртаһында ҡайнай, еңелеүҙе белмәй, мәртәбәле бүләктәр тап уға бирелә. Сит яҡ көрәшселәре уның батырлығына хайран ҡала.
– Бала сағым ауыр осорға тура килде. Бәләкәйҙән хәлле кешеләргә ялланып көн күрҙем. 17 йәшкә еткәндә һуғыш башланды. Ауылдағы ир-ат фронтҡа оҙатылғас, бөтөн эш ҡатын-ҡыҙ иңенә төштө, – тип һөйләй Мәсрүрә инәй. – Бер нисә ай механиза­торҙар әҙерләү курсында уҡығандан һуң тракторға ултырҙым. Дөм ҡараңғы төндәрҙә лә фонарь яҡтыһында ер һөрҙөк, сөнки эште ваҡытында башҡарырға, фронтҡа икмәк әҙерләргә тейеш инек. Планды арттырып үтәргә тырыштыҡ. Беҙҙе ҙур ҡа­ла­ларға эшкә оҙата башланылар. Баш тартып булмай бит инде, хәйер, ризалыҡты һорап та торманылар.
Беҙ, бер нисә ҡыҙ, Кемерово өлкәһен­дәге шахтаға эләктек. Ҡатын-ҡыҙ өсөн көс етмәҫлек эш ҡуштылар. Ас-яланғасбыҙ, ашта туң бәрәңге киҫәктәре йөҙөп йөрөй, икмәгебеҙ таш кеүек. Ауыр эштән күҙҙәр насарая, тын юлдары ҡыҫыла. Эштән ҡасҡан ҡыҙҙарҙы кире тотоп килтерәләр, шуға күрә беҙ, Маҡар районынан килгәндәр, нисек тә түҙҙек, ҡасмаҫҡа һүҙ ҡуйыштыҡ.
Беҙҙекеләрҙең фашистарҙы илдән ҡыуа барыуы дәрт-көс бирә ине. Дошманды еңһәк, Аллаһ бирһә, тормошобоҙ рәтләнер, тип хыялландыҡ. Алдыбыҙҙа бер маҡсат – иҫән-һау тыуған яҡтарға ҡайтыу.
Байтаҡ ҡыҙҙарыбыҙ сит ерҙәрҙә ятып ҡалды, илай-илай ерләнек үҙҙәрен. Шөкөр, Башҡортостаныбыҙға аяҡ баҫтыҡ. Яҙ айы ине, бөтә донъя ап-аҡ сәскәгә күмелгән, тәбиғәт хуш еҫ бөркә – торғаны бер ожмах. Тау баштарында тәүге йыуаларҙы, ҡымыҙ­лыҡтарҙы ашағас, аслыҡтан интеккән аш­ҡаҙанға хәл керҙе. Ауылдың бик күп ирҙәре һуғышта һәләк булған, тол ҡатындар күбәйгән. Нисек кенә булмаһын, тормош дауам итә. Оло инәйҙәр: “Беҙҙең илде Наполеон да теҙ сүктерә алманы, Гитлерын да дөмөктөрҙөк. Хәҙер инде аслыҡты ғына еңербеҙ”, – тип һөйөнә.
– Удмурт егете Әмир Мәрҙәмшин менән ғаилә ҡорҙоҡ, 1965 йылда “Ағиҙел” совхозына эшкә килдек. Ирем, фронт юлдарын үткән яугир, тыныс тормошта ла тырыш кеше булды. Ете бала үҫтерҙек. Әле Фәү­зиә ҡыҙым менән кейәүемдә йәшәйем. Бала саҡта күргән кәмһетелеүҙәр, етемлек­тә үткән ғүмер, сит ерҙәрҙә вагондарға күмер тейәү күҙ алдымдан китмәй. Хәҙер 11 ейән-ейәнсәрем, һигеҙ бүлә-бүлә­сәрем бар. Башҡортостанымдан, тыуған еркәйем, аҫыл гөлкәйемдән, матур ер юҡ­тыр. Хоҙай ғүмерҙең оҙонон бүләк итте, бәхетле ҡартлыҡта йәшәйем. Ҡоростай ныҡ икәнмен, үҙ аяғым менән йөрөйөм, тип ҡыуанам. Урман эргәһендә генә йәшәйбеҙ, силәк тотоп еләк йыйырға сыға әле Мәсрүрә апайығыҙ. Аяҡ аҫты тулы байлыҡ! Яҡты донъяла йәшәүе ҡайһылай рәхәт! Тыл һалдаттарының Бөйөк Еңеүҙе яулауҙа күрһәткән батырлығы онотолмай. Илдә тыныслыҡ һаҡланһын, һәр әҙәм балаһы бәхетле булһын, йәш быуын һуғыш күр­мәһен, — тип теләне хушлашҡанда Мәс­рүрә инәй.






Вернуться назад