Кемебеҙҙең генә яҙмышын алып ҡараһаҡ та, ул китаптарҙан, киноларҙан ҡатмарлыраҡ һәм ғәжәберәк. Кеше тормошо көтөлмәгән боролоштар яһай, яңынан-яңы биттәрен аса, тирә-йүндәгеләр менән уйламаған мөнәсәбәттәргә илтә. Моғайын, Юлай Ирғәлин дә тыуған ауылынан сығып киткән сағында яҡындары менән бәйләнеш өҙөлөрөн, араларға оҙон-оҙаҡ юлдар, йылдар теҙелерен башына ла килтермәгәндер.
Тәүҙәрәк ул Дондағы Ростовта эшләй, ауыр һәм сетерекле тормош һынауҙарын еңеп сығып, Татарстандың Мамадыш районы Юғары Тәкәнеш ауылында донъя ҡора. Үҙенән туғыҙ йәшкә кесе, нескә күңелле, илгәҙәк һәм һөйкөмлө Зөбәржәт исемле татар ҡыҙына өйләнә. Биш балалары донъяға килә, һуңғараҡ бер улдары фажиғәле һәләк булып ҡала. Зөбәржәт һәм Юлай Ирғәлиндәр бер-береһен аңлап, матур донъя көтә. Мал-тыуар аҫрайҙар, ҡош-ҡорт тоталар. Әммә күңел елкенеүҙәрен тыйып тотоп буламы ни! Юлай ҙа төштәрендә тыуған ауылы Таҡһырҙы, яҡташтарын күрә, туғандарын һағына, эргәһендә өлтөрәп, уны һәр күҙ ҡарашынан аңлап торған Зөбәржәтенә йөрәк серҙәрен сисә.
– Әйҙә, туғандарыңды эҙләйек, — ти ҡатыны. — Бының өсөн хәҙер мөмкинлектәр бар бит.
Быға тиклем дә Юлай Әбйәлил районында йәшәгән төрлө туғандары исеменә яҙып ҡараған була, әммә яуап алмай. Инде өмөтө лә һүрелә, “мине онотҡандарҙыр” тигән борсоулы уйға тарый. Өлкәнәйә барған һайын әҙәм балаһы тыуған тупраҡҡа нығыраҡ тартыла, яҡындарын көслөрәк юҡһына бит. Тик донъяңды, бала-сағаңды ташлап, билдәһеҙлеккә ҡапыл сығып китеп булмай. Өҫтәүенә бер ниндәй хат-хәбәр юҡ...
Ә был ваҡытта Таҡһырҙа Юлайҙы үлгәнгә иҫәпләйҙәр. Үткән быуаттың 80-се йылдарында ауылға килеп китә ул, шунан һуң һыуға батҡандай юҡ була.
– Мин ул йылда армиянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡайным, — тип хәтерләй бөгөн Юлайҙың аталаш ҡустыһы Мәхмүт. — Ағайым мине Магнитогорск аэропортынан оҙатып ебәрҙе. Башҡаса осрашманыҡ...
– Мәхмүт хеҙмәттән ҡайтҡас, 1981 йылда өйләнештек. Мин колхозда һыйыр һауа инем, ул һөт ташый... Юлай ағайҙы бөтөнләй белмәйем, әле бына скайп аша беренсе тапҡыр аралаштыҡ, — Мәхмүттең тормош иптәше Гөлсинә ҡыуанысын йәшерә алмай. — Беҙ ҙә Юлай ағайҙы эҙләнек, таба алмағас, инде яҡты донъяла юҡтыр, тип уйланыҡ. Интернеттағы “Бәйләнештә” сайтына сыҡтыҡ. Ул арала минең кеҫә телефонына өс СМС хәбәр килде, аңлап етмәнем, Атауҙыла йәшәгән ҡыҙыма шылтыраттым...
Асылда Юлай Гөлсинәне белмәй, әммә уға, үҙе менән бер фамилиялы булғас, СМС ебәрә. Күп тә үтмәй, Атауҙынан Гүзәл шылтырата. “Әсәй, Юлай апа табылды! — тип һөйөнсөләй ул. — Әллә ҡасандан туғандарын эҙләй икән”.
Был ваҡытта Мәхмүт Магнитогорскиҙа эштә була. Шатлығынан ни эшләрен дә белмәгән Гөлсинә төнө буйы йоҡлай алмай сыға. Ҡайынбикәләренә шылтыратып, ҡыуаныслы хәбәрҙе еткерә. Ире эштән ҡайтыу менән, Атауҙыға юл тоталар.
– Ҡыҙҙарыма барып, скайп аша һөйләштек. Юлай ағай Мәхмүткә ныҡ оҡшаған! Ә Зөбәржәт еңгәй иланы ла иланы. Ағай, нисәмә йыл ситтә йәшәһә лә, үҙ телен онотмаған. Киләһе йәй осрашырға килешкәйнек, түҙмәне, тиҙҙән килеп етәм, тип хәбәр итте. — Мәхмүте менән 33 йыл тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә бергә кисергән Гөлсинә ҡайнағаһы менән бергә Зөбәржәт килендәшен дә күрергә бик теләй ҙә бит, ҡайҙа инде ауыл кешеһенә бер төптән ҡуҙғалып, йыраҡ юлға сығыу!
Юлайҙың өлкән улы ғына өйләнгән, Ҡазанда йәшәй. Ә өсәүһе әле ата-әсә ҡулында. Гөлсинә менән Мәхмүт иһә өс бала тәрбиәләп үҫтергән, донъялары күркәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңғыҙ улдары, инде өйләнеп, үҙе атай булғас, яҡты донъянан китеп барҙы. Ҡыҙҙары Гөлиә Амангилде ауылында төпләнгән.
Әлеге хәл-ваҡиға — ҡасандыр бер-береһен юғалтып, 34 йылдан һуң табышҡан Юлай менән Мәхмүт Ирғәлиндәрҙең яҙмыш сәхифәләренән ни бары бер бит кенә. Уларҙың тормошо хаҡында кино төшөрөргә лә, роман яҙырға ла булыр ине. Йәнә шуны өҫтәге килә: Юлайҙы Башҡортостанда бик күп туғандары көтә. Таҡһыр, Гусевка ауылдарында, Баймаҡ ҡалаһында ла бихисап улар. Тыуған яҡтарға ҡайтыу ҙур ҡыуаныс. Ирғәлиндәргә иҫән-һау осрашырға яҙһын.