Ҡытай телен өйрәнеү ҡыйынмы?21.11.2014
Ҡытай телен өйрәнеү ҡыйынмы?
Студент саҡта “Сессия мәлендә Ҡытай теленән имтихан ҡуйһалар, бер төн эсендә ятлар инек”, – тип шаярта торғайныҡ. Ысынында иһә был телде күпме ваҡыт эсендә өйрәнеп була икән? Әлиә Шәрипова әйтеүенсә, көн һайын 45 минут ваҡыт бүлһәң, ике-өс айҙа ҡытайса иркен аралашырға мөмкин.
Әлиә — Стәрлебаш районы ҡыҙы, БДУ-ның тарих факультетында белем ала. Бала саҡтан сит телдәр менән ҡыҙыҡһынған. Мәктәп йылдарында Ҡытайҙың тарихын, мәҙәниәтен етди өйрәнә башлаған. Әңгәмәбеҙ бөгөнгө тормошо хаҡында.


— Әлиә, ҡытай телен төплө өйрәнеү теләгең артабан ҡайҙа илтте?
— Бөгөн инглиз телен яҡшы белеү менән берәүҙе лә аптыратып булмай. Ә минең Ҡытай менән ҡыҙыҡһыныуым был ил тураһында күберәк белеү теләген дә уятты. Иҡтисади яҡтан да көслө бит ул. БДУ-ла бакалавр дипломын алғас, иҡтисади социолог һөнәрен үҙләштереү өсөн магистратураға уҡырға индем һәм ҡытай теле уҡытыусыһы Джай Тие Лаоштың дәрестәренә йөрөнөм. Тәүге айҙа ҡыйыныраҡ булды, иероглифтарҙы өйрәнеү, аңлау ауыр бирелде. Әммә ҡытай йырҙарын даими тыңлап, киноларын тәржемәһеҙ ҡарап, тел үҙенсәлек­тәрен төшөнә башланым.
— Ҡытайға уҡырға китеү тарихы нисегерәк булды?
— БДУ-ның сит телдәр кафедраһы үт­кәр­гән конкурста ҡатнашып, еңеүселәр исемлегенә индем. Беҙҙең төркөмдә донъяның бөтөн тарафтарынан йыйыл­ған 16 кеше уҡыны. Курсташтарым ара­һында Франция, Африка, АҠШ, Мысыр, Корея, Япониянан килгән студенттар бар ине.
— Быға тиклем сит илгә сыҡҡаның бар инеме?
— Юҡ, Стәрлебаш менән Өфө ара­һында ғына йөрөнөм. Ҡытайға юлланыу теләгемә әсәйем ҡаршы килмәне, кире­һенсә, барып уҡы, тине, һәр яҡлап ярҙам күрһәтте. Ҡытайға килеп төшөү менән үҙемде ожмахтағылай хис иттем. Ил бик оҡшаны. Тел буйынса курстарға йөрөүҙән тыш, уҡытыусыларымдан рөхсәт алып, менеджмент, юриспруденция, сығыш яһау оҫталығы, халыҡ-ара бәйләнеш булдырыу йүнәлешендә белем эстәнем. Ляонин про­винцияһының Шиньян ҡалаһында йәшәнек.
— Ҡытайҙың иҡтисади көсө нимәлә?
— Унда кешенең хеҙмәте осһоҙ. Ябай халыҡ аҙ ғына аҡсаға ла теләһә ниндәй эшкә тотона. Икенсенән, сауҙа бик үҫеш­кән. Халыҡтың эшһөйәрлегенә хайран ҡалырлыҡ. Ғәҙәттә, хеҙмәт урынында дуҫ­тарса мөнәсәбәткә юл ҡуймайҙар. Хатта ҡайһы саҡта улар миңә йәнһеҙ һымаҡ тойола ине. Бер аҙ йәшәгәс, был халыҡтың фәлсәфәһен аңлай башланым: хис-тойғоңдо кешегә күрһәтмә! Шул уҡ ваҡытта кәйефең булмау арҡаһында икен­се кешенең кәйефен боҙорға тейеш түгелһең. Был — яҙылмаған ҡанун.
Хеҙмәтләндереү өлкәһе юғары кимәл­дә. Барыһы ла йылмая, бер-береһенә яҡшы мөғәмәләлә.
– Тимәк, уларҙан өлгө алырға кәрәк.
— Әлбиттә. Ҡытайға тиклемге Әлиә менән хәҙергеһе араһында айырма ҙур. Яҡшы яҡҡа үҙгәрҙем, гел ыңғай фекер йөрөтәм, йышыраҡ йылмаям, ашыҡмаҫҡа һәм тыныслыҡ һаҡларға тырышам.
— Артабанғы пландарың менән уртаҡлашһаң ине.
— Яҙғыһын диплом алам. Артабан Ҡытайға эшкә китергә тигән план ҡорам. Әле лә унда ҡалырға форсат бар ине, әммә ҙур көс һалып яҙған диплом эшем йәл булды. Нисек кенә булмаһын, БДУ-ла­ғы уҡы­уымды тамамлағым килде. Бы­нан тыш, 2015 йылда Башҡортостанда ҙур сара – ШОС һәм БРИКС саммиттары — үтәсәк. Ирекмәнлеккә ғариза яҙҙым. Төбәктә ҡытай телендә һөйләшкән белгестәр һирәк. Ирекмән түгел, ә тәржемәсе итеп саҡырырҙар тип уйлайым.
— Уңыштар юлдаш булһын!

Лилиә НУРЕТДИНОВА әңгәмәләште.


Вернуться назад