Миҙалдар яулар урынға...19.11.2014
Өфө ҡалаһының Октябрь районы суды “Правда” клубы эргәһендә һуғыш ойоштороусыларға ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Ҡан ҡойошта “Бар-бара” фитнес клубының массаж яһаусыһы Рөстәм Баһауетдинов һәләк булғайны. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, низағты Рәсәйҙең грек-рим көрәше буйынса үҫмерҙәр йыйылма командаһы ағзаһы Зураб Давитадзе башлап ебәргән. Был енәйәт өсөн ул ун йылға иркенән мәхрүм ителгән. Ике әшнәһе – Морат Маашев менән Богдан Жердий туғыҙ һәм ете йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатылған. Миҙалдар яулар урынға сәскәләй йәш саҡтарын улар рәшәткә артында үткәрәсәк.

Суд ҡарары буйынса хөкөм ителгәндәрҙең барыһы ла дәүләт иҫәбенә штраф һәм һәләк булған ирҙең ҡатынына компенсация тү­ләргә тейеш. Зураб Давитадзе –750 мең, Морат Маашев – 850, Богдан Жердий – 350 мең һум! Бынан тыш, һәләк булған Рөстәмдең ғаиләһенә адвокат хеҙмәте һәм башҡа сығымдар өсөн аҡса күсерергә тейештәр.
Дәүләт ғәйепләүсеһе һәм зыян күргән яҡ енәйәтселәрҙең өсөһөнә бергә 36 йыл яза билдәләүҙе һо­раған, шулай булыуға ҡара­маҫтан, суд ҡарары менән риза булдылар. Суд иһә енәйәтселәргә бирелгән харак­теристикаларҙың ыңғай булыуын, быға тиклем хөкөмгә тарт­тырыл­мауҙарын иҫәпкә алып, яза­ны бер аҙ йомшартҡан. Һәләк булған Рөстәм Баһауетдиновтың ҡатыны хөкөм ҡарарына ялыу бирмәйәсәген әйтте.
Уйламағанда ғүмере ҡыйылған ирҙең әсәһе Эльмира Баһаует­динова, бындай аяныслы хәл берәүҙең дә иңенә төшмәһен ине, тип теләй. “Төрмәлә ултырған саҡта үҙҙәренең ғәйебен таны­һалар ярар ҙа. Миңә ҡалһа, улар ғаиләбеҙҙе фажиғәле яҙмышҡа ду­сар итеүҙәрен, кеше ғүмерен ҡы­йыу­ҙарын аңлап та етмәй һымаҡ. Минең урында ла, рәшәткә артына ултырған егеттәрҙең ата-әсәһе хәлендә ҡалыу ҙа ҡурҡыныс... Бындай яҙмыштан Алла һаҡ­лаһын”, – тип күҙ йәштәрен һөртә Эльмира ханым. Рөстәмдең бер туғаны Элина иһә ағаһының һәләк булыуына әле һаман ышанмай. “Зыярат­ҡа йыш киләбеҙ, әммә күңел уның булмауын ҡабул итә алмай. Онотолоп, телефондан уның номерын йыя башлайым...” Рөстәмдең ҡатыны һәм ун йәшлек ҡыҙы етем ҡалған...
“Правда” клубы эргәһендәге һуғыш бынан бер йыл элек ҙур шау-шыу тыуҙырғайны. Уның милләт-ара ыҙғыштан башланыуына ла ишара иткәндәр булды. Клубта һаҡсы булып эшләгән егет тәф­тишсегә мәғлүмәт биргәндә “был кистә иҫеректәрҙе һәм кавказ мил­ләт­ле ир-егеттәрҙе үткәрмәҫкә ти­гән фарман алдым” тип әйтеп һала. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, клубтың баҫҡысында Зураб Давитадзе иптәштәре менән торған була. Улар араһында Рөстәм Баһа­уетдиновтың танышы Марат Яҡу­пов­ты ла таный. Яҡлау­сыларҙың шаһиттары билдәләүен­сә, Марат Яҡупов Зураб менән һүҙгә килешә. Ошо мәлдә клубтан килеп сыҡҡан массажсы танышын яҡлап маташа. Тик спортсының дуҫтары уны туҡмай башлай. Иргә һөжүм ит­кәндәр байтаҡ булһа ла, тәфтиш­селәр фекеренсә, бары тик өс кеше генә уны үлемесле яралай алған. Әйткәндәй, Зураб менән уның әшнәһе Морат “Бәйләнештә” сел­тәрендә аралашҡанда кем ҡорбан­ды нисегерәк туҡмауы тураһында фекер алышҡан. Тап ошо яҙмалар тәфтишселәргә Рөстәмдең үлемен­дә кем ғәйепле икәнен асыҡларға ярҙам иткән дә инде. Милләт-ара низағ судта иҫәпкә алынманы.
Енәйәтселәрҙе яҡлаған адвокаттар уларҙың ғәйепһеҙ булыуына ла ишара яһап ҡараны. Йәнәһе лә, һәләк булған Рөстәм менән Зураб бары тик тайып китеп йығылған. Суд фекеренсә, был дөрөҫлөккә тап килмәй. Ни тиһәң дә, үҙ-ара низағ видеокамерала яҙҙырып алынған.
Нисек кенә булмаһын, ғаилә башлығын юғалтҡан ҡатын менән баланың, улын ер ҡуйынына һалған әсәнең ғүмерлек һыҙланыуҙарын бер хөкөм ҡарары ла баҫа алмай.
Суд барышында енәйәтселәр башын эйеп торҙо, залға күтәрелеп тә ҡараманы. Рөстәм Баһаует­ди­нов­тың әсәһе, туғандары, ҡаты­нының илауҙан шешенгән күҙҙәрен күреүҙән ҡурҡтылар шикелле. Судья хөкөм эшен ике сәғәттән ашыу уҡыны.
Рәсәйҙә спортсылар тарафынан туҡмалып, ғүмерлеккә ғәрип булған йәки йән биргән кешеләр һаны артҡандан-арта. Зураб Давитадзе был исемлектә беренсе түгел. 2011 йылдың авгусында Мәскәүҙең “Гараж” клубы алдында самбосы Рәсүл Мирзаев студент Иван Агафоновты һуғып үлтерә.
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары был хәлдән һуң атлет­тарҙың спорт һәләттәрен ҡул­ла­ны- уын ҡоралға тиңләргә тигән тәҡдим менән дә сығыш яһағайны. Ләкин мәсьәлә әле һаман урынынан ҡуҙғалмай. Уны хәл итер өсөн тағы күпме ҡорбан талап ителер икән?




Вернуться назад