Төтөнө лә зыянлы19.11.2014
Төтөнө лә зыянлы
Йыл һайын илдә яҡынса 265 миллиард тәмәке тартыла, йәғни йән башына 1800 сигарет тура килә тигән һүҙ. Ҡыҫҡаһы, көйрәтергә яратҡан һәр кем ғүмеренең ун биш йылын юҡҡа сығара.

Яман шеш, стенокардия, хроник бронхит кеүек бихисап сирҙәргә лә тап сигарет ғәйепле. Немец врач-гинекологы Бернхард 6 мең ҡатынды тикшергәс, тәмәке ҡолона әйләнгән гүзәл заттың 42 проценты бала бағыу бәхетенән мәхрүм була, тигән һығымтаға килгән.
Тәмәке еҫен еҫкәгәндәр ҙә зыян күрмәй ҡалмай. Йыл һайын төтөн һөҙөмтәһендә яман шештән 3 мең кешенең ғүмере өҙөлә. Ғаиләлә кемдер тартһа, был тәү сиратта балаға кире тәьҫир итә.
Әгәр кемдер көнөнә бер ҡапты көйрәтеп бөтөрәм тиһә, бының йылына 500 тапҡыр рентген нурына ҡойоноуға бәрәбәр икәнлеге хаҡында онотмаһын. Тәмәкесенең үпкәһе иһә ҡап-ҡара, сереп барған ниндәйҙер бер массаны хәтерләтә. Төтөндө һурғас, ул ете секунд эсендә баш мейеһенә барып етә. Никотин үҙенең тәьҫире менән синиль кислотаһын хәтерләтә. Ундағы 4 меңгә яҡын ҡушылманың 40-ы үтә ҡурҡыныс, сөнки яман шеш сиренә сәбәпсе. Өҫтәүенә тәмәке көйрәткән кешенең ауыҙынан насар еҫ килә, тештәре һарғая, тамағы, күҙҙәре ҡыҙара. Әгәр кемдер бер ул­тырыуҙа бер ҡап тәмәкене тартып бөтөрһә, хатта ғү­мере менән хушлашыуы ихтимал. Ә үҫмер организмын ярты пачка ла юҡ итә ала. Шуға тәмәке көйрәтеүҙе түгел, сәләмәт тормош алып барыуҙы модаға индерһәк ине.


Вернуться назад