Сабыйҙарҙың бармаҡтары уйнап торһон19.11.2014
Төрлө йүнәлештәге балалар баҡсалары тураһында йыш ишетергә тура килә. Күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡалаһының 93-сө “Урман яланы” балалар баҡсаһында ла үҙенсәлекле бүлмә асылды.


Хәҙер бында балалар Италия табибы, педагог Мария Монтессори системаһы буйынса тәрбиәләнәсәк. Был системаның үҙенсәлеге шунда: кескәйҙәр махсус шарттарҙа үҙал­лылыҡҡа өйрәнә, уны “мин үҙем” принцибы” тип тә йөрөтәләр.
Ҡалала ғына түгел, тотош республикала әлеге ваҡытта балалар баҡсаларында урын етешмәй. Һуңғы арала был етешһеҙлекте бө­төрөү мәсьәләһе дәүләт-шәхси парт­нерлыҡ шарттарында хеҙмәттәшлек ярҙа­мын­да хәл ителә башланы. Был проект та ҡала эшҡыуарҙары, “Әсә һәм бала”, “АШАН быуыны” мәрхәмәтлек фондтары ярҙамында тормошҡа ашырылды.
“Монтессори бүлмәһе”н асыу танта­наһында ҡала хакимиәте башлығы Алексей Изотов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов һәм мәғариф бүлеге начальнигы Михаил Григорьев ҡатнашты. Ҡунаҡтар, балалар баҡсаһы менән видеотаҫма аша танышып, кескәйҙәр шөғөлләнгән бүлмәләрҙе ҡарап, бағыусыларҙың эшенән ҡәнәғәт ҡалды, ә сара аҙағында уларға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Учреждениела 12 төркөмдә 210 тәрбиәләнеүсе шөғөлләнә. Дөйөм үҫеш йүнәлешендә – 65 бала, телмәр етеш­һеҙ­лектәре булған 12 сабый логопед төркө­мөнә йөрөй, шулай уҡ башҡа махсус йүнәлешле туғыҙ төркөмдә 133 бала, шул иҫәптән 52 ғәрип сабый бар. Балалар баҡсаһында коррекцион-үҫеш тәрбиәләү алымы ҡулланыла, шуға ла бында тыумыштан төрлө ауырыу менән яфаланған балалар шөғөлләнә.
Педагогтарҙың тәжрибәһенә таянып әйт­кәндә, балаларҙы ошондай үҫеш систе­маһына йәлеп итһәң, сабыйҙар тиҙе­рәк һөйләшә башлай, донъяны танып белеү эшмәкәрлеге лә әүҙемләшә.




Вернуться назад