Ике быуат араһында аҙашҡандар йәки “Башҡортостан” һәм “Башкирия” бер үк төшөнсә түгел19.11.2014
Ике быуат араһында аҙашҡандар  	йәки “Башҡортостан” һәм “Башкирия” бер үк төшөнсә түгел
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын ҡабул итеүгә былтыр 20 йыл тулып үтеүгә ҡарамаҫтан, унда раҫланған хоҡуҡи нормалар ысынбарлыҡҡа әүерелмәне. Федерация субъекттарының конституциялары һәм уставтарынан өҫтөн Рәсәй Конституцияһының «Федераль ҡоролош»ҡа арналған 3-сө бүлегендә беҙ көн иткән ил «Республика Башкортостан» исеме менән нығытылған (65-се статья). Халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларына ярашлы, башҡорт халҡының үҙбилдәләнешкә хоҡуғын ғәмәлләштергән был атама Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында ла шул рәүешле ҡабул ителеп, яңыртылған Рәсәй составындағы дәүләттең берҙән-бер исеме.

Төп закондарҙың береһендә лә Рәсәй Конституцияһындағы “Российская Федерация – Россия” ата­маларының тиңлеген раҫлаған кеүек, “Республика Башкортостан и Башкирия” идентичны” тигән положение юҡ. Быны Советтар Союзы тарҡалып, Рәсәйҙә яңы хоҡуҡи мөнәсәбәттәр урын­лашыуға бәйле “Башкирия” атамаһы ла элекке СССР менән бергә тарихҡа китте тип ҡабул итергә кәрәк.
Үкенескә ҡаршы, сирек быуат самаһы ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, конституцион нормалар менән иҫәп­ләшергә теләмәү, аңлы рәүештә боҙоу ваҡытлы матбуғатҡа ла хас. Был хәл айырыуса үҙәк телевидение һәм радиоға, шулай уҡ Мәскәү­ҙәге һәм рес­публикабыҙҙағы рус телле матбуғат баҫмаларына хас. Мәҫәлән, “В Башкирии выбирают имя…”, “... Башкирия окончательно переходит на зимнее время”, “... из Башкирии борются за звание…”, “В выходные в Башкирии сохранится...”, “Мусульмане Башкирии отме­чают...” һ.б.
Ни өсөн конституцион норма боҙоуға юл ҡуйыла? Бәғзеләр фекеренсә, йәнәһе, “Баш­ҡортостан” атамаһын Интернет танымай, шуға күрә улар элеккесә “Башкирия” тип яҙырға мәжбүр.
Рәсәй Конституцияһының преам­бу­ла­һындағы “халыҡтарҙың дөйөм танылған тиңлеге һәм үҙбилдә­ләнешкә хоҡуғы принциптарынан сығып”, “үҙебеҙҙе донъя йәмәғәт­селегенең бер өлөшө тип танып” тигән положениелар тәрән мәғәнәгә эйә һәм Төп Законда тиккә урын алмаған. Дөрөҫ, конституцияларҙың хәрефе генә түгел, рухы ла бар тигән ҡараштан сығып эш иткәндә, был положениелар аңлатмаға мохтаж. Үке­нескә ҡаршы, Башҡортостан Рес­­­­­пуб­ликаһы Конституцияһына аңлатма биреүсе юҡ, шулай бул­маһа, “Башҡортостан Рес­пуб­лика­һында башҡорт һәм рус телдәре — дәүләт теле” тигән положениеның (1-се статья) башҡорт теленә ҡағылғаны инҡар ителер инеме ни?
Халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларына ярашлы, теге йәки был дәүләт шул ерҙә үҙбил­дә­ләнешкә хоҡуғын ғәмәлгә ашырған халыҡ­тың үҙ атамаһы менән йөрөтөлә. Мәҫәлән, беҙҙең илдә “Германия” тип яҙыу ҡабул ителеүгә ҡарамаҫтан, ул дәүләттең рәсми исеме “Дойчланд”, йәғни немецтар иле. Был – бер. Икенсенән, Рәсәй Кон­ституцияһына ярашлы, илебеҙҙә дәүләт теле булып рус теле ҡабул ителһә (68-се статья), шунда уҡ милли рес­публикаларҙың (дәүләттәрҙең) үҙ дәүләт телен ҡуйырға хоҡуғы ла нығытылған. Эйе, “дәүләт”, сөнки Төп Закондың 1-се статьяһына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы – республика формаһында идара ителгән демократик федератив хоҡуҡи дәүләт. Милли республикаларҙың дәүләт теле Рәсәй Федерацияһының дәүләт теле менән тиң хоҡуҡтарҙан файҙалана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп быуаттар дауамында аҫаба башҡорт ерҙәре­нең самаһыҙ колониялаштырылыуы сәбәпле, конституцион статусына ҡарамаҫтан, башҡорт теленең уға эйә булғаны юҡ. Башҡорт телен, дәүләт теле булараҡ, рус теле кеүек үк дәрәжәлә өйрәнеүгә ҡаршылар (ә улар – күпселек) баҫымы аҫтында конституцион норма һауала эленеп тора. Халыҡ-ара хоҡуҡ күҙлегенән был норманы дөрөҫ аңлау мөһим: ғәмәлдә башҡорт халҡы өсөн башҡа халыҡтарҙың башҡорт телен белеүе үҙмаҡсат булып тормай, төп халыҡтың үҙ йөмһүриәтендә конституцион хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыу өсөн башҡаса мөмкинлек юҡ.
Башҡортостан Конституцияһы – республикабыҙҙа йәшәгәндәр өсөн юридик норма, һәм уны закон, хатта иң юғары даирә­ләр тарафынан телдән урынлаш­ты­рылған ҡағиҙә менән юҡҡа сығарырға тырышыу тыйыла. Сөнки конституцион по­ло­же­ниелар туранан-тура эш итә һәм закондар, норматив хоҡуҡи акттар шул нигеҙҙә ҡабул ителә. Рәсәй Кон­сти­туцияһы менән Башҡортостан Консти­туцияһына ирекле ҡараш уны боҙорға баҙнат иткәндәрҙең “текә”­леген түгел, юридик наҙанлығын һәм сәйәси мәҙәниһеҙлеген генә күрһә­теп ҡал­май, республиканы ойош­тор­ған халыҡ­тың конституцион хо­ҡуҡ­тары менән иҫәпләшергә теләмәүен дә күрһәтә.
Башҡорт этносы үҙ тарихында төрлө ханлыҡтарҙа, Мәскәү дәүлә­тенә ҡушылғас – губерналарҙа, Совет власы йылдарында Башҡорт АССР-ында (Башкирская АССР) һ.б. республикаларҙа һәм өлкәләрҙә көн итте. Республиканың хәҙерге исеме — демократик федератив хоҡуҡи статусын Төп Законында нығытҡан яңыртылған Рәсәй Федерацияһы составындағы дәүләттең һуңғы ата­маһы, һәм уны хатта Рәсәй Консти­туцияһы ла үҙгәртә алмай, сөнки был хоҡуҡ дәүләт нигеҙен тәшкил иткән башҡорт халҡының законлы ихтыяры булып тора. Ә Башҡор­тостан Республикаһының уҙған бы­уаттағы атамаһы менән хушла­шыр­- ға теләмәгән коллега­ларға ике быуат араһында аҙашып йөрөмәй, дәүер ысын­барлығын нисек бар, шулай ҡабул итеп, уның менән килешеүҙе теләргә генә ҡала.


Вернуться назад