Төпкөлдәге тормош һөйөндөрә19.11.2014
Төпкөлдәге тормош һөйөндөрә
Темәс ауылында Бай­маҡ ПМК-һының кирбес заводы янында яңы асыл­ған ағасты тәрән эш­кәртеү цехында ҡыҙыу эш бара. Яҙ ғына ни­геҙ һалынған бина төҙө­лөп, бында Ита­лия, Ҡы­тай һәм Рә­сәйҙә етештерел­гән өр-яңы 13 станок урын­лаш­тырылған. Силәбе һәм Мәс­кәү ҡалаларынан белгес­тәр килеп, эшселәрҙе махсус ҡора­мал­дарҙы ҡулланырға өйрәткән. Әле бында алты кешегә эш урыны булдырыл­ған. Мәҫәлән, тәжрибәле ағас оҫтаһы Зөфәр Ахунйәнов заманса йыһаздарҙан бик ҡә­нәғәт. “Эшләүе күпкә еңе­ле­рәк тә, уңайлы ла!” — ти ул. Ошо йүнәлештә уҡып, хеҙмәт юлын башлаған улы Азат та атаһынан өлгө ала.

Цех мастеры Данил Низамов әйтеүенсә, улар ағастан евротәҙрә, ишек, иҙән таҡ­таһы, блок-хаус, вагонка етештерәсәк. Инвестиция күләме – 18 миллион һум.
Төпкөлдәге тормош һөйөндөрәСибай ҡалаһында үткән тәүге инвестиция форумында төҙөлгән килешеүгә ярашлы, район­дың төпкөл ауылдарының береһе Бетерәлә “Башагрофин” яуаплылығы сикләнгән йәмғиә­т­тең күҙәтеү советы рәйесе Усман Исаев ағас эшкәртеү буйынса яңы производствоны сафҡа индергән. Ағасты цилиндр формаһында етеш­тереү буйынса фин ҡорамалы ҡайтарылған. Бөгөн төҙөлөш баҙарында ағастың бындай тө­рөнә ихтыяж айырыуса ҙур. Бурсанан төҙөлөш материалы етештергән айырым цех төҙөүҙе лә башла­ғандар.
Бетерәнең уңған эшҡыуарҙары — ағалы-ҡустылы Тимур менән Илсур Нәбиуллиндарҙың ағасты тәрән эшкәрт­кән һәм заманса төҙө­лөш материалдары етештергән произ­водствоһы ла иғтибар­ға лайыҡ. Яңы цех ун кешегә эш уры­ны бул­дырған, хеҙмәт­кәр­ҙәр­ҙең барыһы ла ошо ауыл­дан. Мәҫә­лән, Айзилә Йосопо­ваның тилбер ҡулдары станоктан сыҡҡан евровагонканы йәшен тиҙлегендә алып, тиҙ генә икенсе урынға өйөп тә ҡуя. Эшенән ҡәнәғәт Айзилә: хеҙмәт хаҡы ла юғары, бында оҡшай, ти ҡыҙ.
Төпкөлдәге тормош һөйөндөрәИлсур Нәбиуллин әйтеүенсә, күптән тү­гел сафҡа ингән цех бөтә талаптарға яуап бирә, иң мөһиме — уңайлы шарттар бул­дырылған. Әле бын­да евровагонка, блок-хаус, фальшбрус, шпунтовка сығарыла. Заман талаптарына яуап биргән ҡорамал­дар сит илдә етеш­те­рел­гән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: аға­лы-ҡустылы Нәбиуллиндар ағасты эшкәртеү ме­нән генә шөғөлләнмәй, ә ике ҡатлы, бөтә талаптарға яуап биргән коттедждар ҙа төҙөй. Тиҙҙән шуларҙың өсәүһе Баймаҡта файҙа­ланыуға тапшырыла.
Былар барыһы ла көньяҡ-көнсығыш райондарҙы үҫтереү буйынса ҡабул ителгән программаның ысын­барлыҡта тормошҡа ашырылыуына асыҡ миҫал. Аҡрынлап булһа ла, һөҙөмтәләр күренә, эш ыңғай яҡҡа бара, урманға бай төбәктә, ниһайәт, ағас эшкәртеү буйынса етештереүҙең алға китеүе һөйөндөрә.


Вернуться назад