“Медицина хеҙмәтләндереүенән ҡәнәғәтһегеҙме?”19.11.2014
“Кәрәк саҡта табипҡа күренеп булмай, кеҫәңдә аҡсаң булһа ғына һине ҡараясаҡтар. Врачтар дорфа, пациентҡа ҡарағанда үҙҙәренең мәнфәғәтен нығыраҡ ҡайғырта”, – тип зарлана халыҡ. “Ә Һеҙ медицина хеҙмәтләндереүенән ҡәнәғәтһегеҙме?” тигән һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Зыял ШӘЙХЕТДИНОВ, Дыуан районы:
– Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш төбәге кешеләре әллә күпме ара үтеп, ыҙаланып Мәсәғүт ауылындағы үҙәк район дауаханаһына йөрөргә мәжбүр. Һау кеше өсөн дә ара йыраҡ әле, ә ауырыған-һыҙланған әҙәм ни ҡылһын? Салауат, Мәсетле, Ҡыйғы, Балаҡатай райондарындағы дауаханалар ҡулайлаштырыу тырнағына эләккәс, уларҙа ни бары өс-дүрт урынлыҡ ҡына бүлмә тороп ҡалған. Күп дарыуҙарҙы үҙеңдең аҡсаңа алырға тура килә, унда ятып сыҡҡас, беләм. Ни эшләмәк кәрәк – һаулыҡ барыһынан да өҫтөн.

Венера КӘБИРОВА, Йәрмәкәй районы:
– Врачтарҙың диагнозды дөрөҫ ҡуймауы арҡаһында әсәйебеҙҙе саҡ юғалтманыҡ. Баҡтиһәң, яҡыныбыҙ шәкәр диабетынан яфаланған, ә уға пневмония тигәйнеләр. Ауылдағыларға үҙәк район дауаханаһына эләгеүе шул тиклем ауыр, ул кеше йә инсульт, йә инфаркт кисерергә тейеш. Шул ваҡытта ғына дауаханала урын табыла, имеш. Әсә­йебеҙҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн бөтә дарыуҙы ла үҙебеҙ һатып алдыҡ, хатта физрастворға тиклем, дауахана бер нәмә лә бирмәне.

Ринат КАМАЛОВ, Өфө ҡалаһы:

– Тотош илебеҙҙә аҡса етмәүгә бәйле ниндәйҙер көрсөк барған кеүек. Уның әсе еле медицина тармағына ла ҡағылмай ҡалма­ғандыр, моғайын. Шуға ҡарамаҫтан, ошо ҡыйын осорҙа ла табиптар ҡулдан килгәнсә тырыша, уларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Күптән түгел ауырып китеп, Өфө ҡалаһының 52-се поликлиникаһына юлландым. Баш табип Рөстәм Игебаев, терапевт Исхаҡова ханым бик яҡшы ҡабул итте.
Рафаэль КӘРИМОВ, Хәйбулла районы:
– Үҙәк район дауаханаһында дауаланам, палатала – дүрт пациент. Терапия бүлеге мөдире Лира Хәбирова әсәйҙәрсә мөнә­сәбәттә, һәр саҡ хәлебеҙҙе белешеп тора. Ниндәй дарыуҙар кәрәк, ҡасан процедура кабинетына барырға, ҡыҫҡаһы, бөтәһе тура­һында ла хәстәрлек күрә. Тын алышым яҡшырҙы, аппетитым асылды, бер нисә көндән тыуған ауылым Һамарға ҡайтып китәсәкмен.

Вәсилә СӘЙҒӘФӘРОВА, Нефтекама ҡалаһы:
– Беренсенән, берҙәм регистратура аша яҙылыу бөтөнләй мөмкин түгел – йә телефонды алмайҙар, йә линия буш түгел. Шулай итеп, шылтыратыуҙан төңөләһең. Икенсенән, нәҡ ауырып киткән көндә врач һине ҡабул итмәй. Яуап аптырата – йәнәһе, алдан яҙылмағанмын. Ауырырымды белһәм икән дә бит. Һуң, аҡ халатлыларҙың һәр береһе Гиппократ антын биргән дә инде...

И. МӨХӘМӘТОВ яҙып алды.



Вернуться назад