Кино сәнғәтендә — яңы етәксе19.11.2014
Башҡортостан Кинематографистар союзының отчет һайлау йыйылышында Фәрит Ғәбитов рәйес итеп һайланды.


Фәрит Ғәбитов — республиканың иң әүҙем кино эшмәкәрҙәренең береһе булараҡ танылыу яулаған шәхес, ошо өлкәлә бай тәжрибә туплаған кеше.
Йыйылышта Союздың элекке рәйесе, кинорежиссер Айсыуаҡ Йомағолов башҡарылған эш тураһында отчет менән сығыш яһаны. Ул “Башҡортостан” киностудияһы менән берлектә үткәрелгән саралар, яңы фильмдарҙың исем туйын уҙғарыу, кино гастролдәре, республика ҡалаларында һәм сит төбәктәрҙә ижади осрашыуҙар хаҡында һөйләне.




Вернуться назад