Рухи сылбыр дауам итә19.11.2014
Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев тәҡдим иткән матур башланғысты күтәреп алып, ауылдашы, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова ла өс кешене “Башҡортостан” гәзитенә яҙҙырҙы.


Рухи сылбыр дауам ителеп, төрлө район һәм ҡалала йәшәгән милләт­тәштәребеҙ был изге йоланы дауам итер тигән теләк күңелде йылыта.
Зифа Ғаяз ҡыҙы әйтеүенсә, үҙен башҡорт тип һанаған кеше мотлаҡ республика исемен йөрөткән гәзиткә яҙылырға тейеш. Ябай эшсе, абруйлы уҡытыусы, етәксе йәки халыҡ исемен йөрөткән сәнғәт, әҙәбиәт, мәҙәниәт хеҙмәткәре, кем булыуына ҡарамаҫтан, йөрәгендә башҡорт рухын йөрөтә икән, был һәр кемебеҙҙең мөҡәддәс бурысы булырға тейеш. Бары тик шулай берҙәм һәм бергә булғанда ғына үҙ телебеҙҙә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы һаҡлап ҡаласаҡбыҙ.
– Ҡәҙерле тамашасыларым, һеҙгә өндәшәм! Рухлы, ғәмле, сәмле булайыҡ, гәзиткә яҙылайыҡ! Һәр йортҡа биҙәк һәм ҡунаҡ булып “Башҡортостан” гәзите барып етһен! — тигән изге теләктәрен дә еткерҙе Зифа Баязитова.


Вернуться назад