“ТЭФИ-Төбәк” Рәсәй конкурсы Башҡортостан вәкилдәре өсөн айырыуса һөҙөмтәле булды.
Ошо көндәрҙә “Телевидениела спорт” махсус номинацияһында финалға сыҡҡандар билдәләнде. “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы программалары ике йүнәлеш буйынса иң яҡшылар иҫәбенә инде. Режиссер Ләйсән Мәжитованың “Ҡаһарман балалар” программаһы “Ҡаршылыҡты еңеү” номинацияһында финалға уҙҙы. Был махсус проект батырлыҡ ҡылған балалар хаҡында һөйләй. Режиссер Адель Һөнәрғолова менән журналист Элина Бакированың “Физкультура уҡытыусыһының бер көнө” тапшырыуы “Күплектән оҫталыҡҡа” номинацияһында финалда ҡатнашты.
“Телевидениела спорт” махсус номинациялар блогы АРТ фонды тарафынан Рәсәй Спорт министрлығы менән берлектә ошо йүнәлештәге иң әһәмиәтле эштәрҙе һәм төбәк телевидениеларындағы профессионалдарҙы дәртләндереү маҡсатында булдырылды. “Физра. Махсус хәбәрсенең спорт блогы” тапшырыуы (режиссеры — Әлмира Ахунова, мөхәррире — Татьяна Никитина, алып барыусыһы — Егор Антипин) — “Спорт тураһындағы программа” номинацияһының финалында. Республика Президентының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ике миллион һумлыҡ гранты иҫәбенә төшөрөлгән “Шүлгәнташ” фильм-әкиәте “Балалар өсөн тапшырыу” һәм “Телевидение программаһы/фильмы операторы” номинацияларында бәйгенең финалына үтте.