Һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров, “Етәксе һөнәрен алмаштыра” акцияһында ҡатнашып, хирург профессияһының үтә кәрәкле һәм мөһимлеген йәнә бер ҡат раҫланы.
Министр Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 33 йәшлек пациенттың ҡыҙыл үңәсенә ҡатмарлы операция яһаны. Республика дауаханаһында йыл да ошоға оҡшаш 50 ғәмәл башҡарыла. “Элек операциялар ун сәғәткә тиклем дауам итһә, заманса технологиялар һәм ҡулланыу материалдары барлыҡҡа килеү менән, ваҡыт өс сәғәткә тиклем ҡыҫҡарҙы, — тине министр. — Өҫтәүенә хәҙер ауырыуҙы реабилитациялау өр-яңы, юғары кимәлгә күтәрелде”.
Әнүәр Бакиров, хеҙмәт юлын тап ошо дауаханала башлап, оҙаҡ йылдар торакаль хирургия бүлексәһендә эшләгән.
– Хирург ниндәй генә вазифа биләһә лә, эшен мотлаҡ дауам итергә тейеш. Оҫталыҡты камиллаштырыу үҙ көсөңә ышанысты арттыра, — тип өҫтәне һаулыҡ һаҡлау министры.
Ошо көндәрҙә акцияға Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров та ҡушылды. Ул “Өфө” халыҡ-ара аэропортында яңы терминал төҙөүҙә ташсы булып эшләне. Ә Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Вячеслав Ғиләжетдинов инженер сифатында двигателдәргә һынау үткәреүҙә ҡатнашты.