Булмаһа ярҙам, эштәр хайран19.11.2014
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының “Ғәмәлдәр форумы”ында төбәк матбуғат сараларын борсоған мәсьәләләр тикшерелгән төп темаларҙың береһе булды.


Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Журналистарға хоҡуҡи ярҙам үҙәге киләһе йылдың тәүге яртыһына баҫма матбуғатҡа яҙылыу йомғаҡтарына мониторинг үткәрҙе. Асыҡланыуынса, был өлкәлә хәл шәптән түгел. Төбәк баҫмаларының тиражы 2015 йылда ил буйынса 30 процентҡа тиерлек кәмейәсәк. Тимәк, бер йылда 10 миллион уҡыусы юғалтыласаҡ.
— Быйыл 1 апрелдән матбуғатҡа яҙылыу хаҡы артыу арҡаһында баҫмаларҙың тиражы байтаҡҡа түбәнәйҙе, һәм был хәл әле лә дауам итә. Шул уҡ ваҡытта граждандарыбыҙҙың илдәге хәлдәр тураһында хәбәрҙар булыуы ла дүрт тапҡырға кәмене. Быға юл ҡуйырға ярамай, — тине Журналистарға хоҡуҡи ярҙам үҙәге етәксеһе Наталья Костенко. — Ил Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә төбәк һәм муниципаль киң мәғлүмәт сараларына өҫтәмә ярҙам күрһәтеү алымдарын билдәләргә ҡушҡайны. Бөтә кимәлдәге власть граждандарға мәғлүмәт еткереү мөмкинлеген арттырырға тейеш.



Вернуться назад