Өфө ҡунаҡ йыя19.11.2014
Австралияның Брисбен ҡалаһында үткән ҙур 20 ил саммитында Рәсәй Президенты Владимир Путин БРИКС илдәре лидерҙарын киләһе йәй Өфөгә саҡырҙы.


— Барығыҙҙы ла 8 — 9 июлдә Өфөгә БРИКС саммитына саҡырам, — тине ул.
Владимир Путин әйтеүенсә, Рәсәй иҡтисади партнерлыҡ стратегияһы проекттарын һәм инвестиция хеҙмәттәшле­генең юл картаһын әҙерләй.
— Тырышлығыбыҙ берекмә сиктәрендәге хеҙмәттәш­лекте артабан киңәйтеүгә йүнәлтелә, — тине Рәсәй Президенты.
Австралияла ҙур 20 ил етәкселәренең саммиты 15 — 16 ноябрҙә үтте. Унда донъя иҡтисадына янаған хәүеф мәсьәләләре тикшерелде.


Вернуться назад