Үҙәк майҙанға аяҡ баҫҡан һәр кем өсөн Ҡала көнө сағыу һәм онотолмаҫ байрамға әүерелде.Төндә яуған ҡырпаҡ ҡар, әйтерһең, тыуған көнө айҡанлы ҡаланы махсус биҙәп ҡуйырға ашыҡҡан! Бала-саға бар донъяны аҡҡа сорнаған ҡышты күреп ҡыуанһа, район хужалыҡтары үҙҙәре етештергән әллә күпме төр тауарҙы ихлас тәҡдим итеп һөйөндөрҙө. Экологик яҡтан таҙа ит, йәшелсә-емеш, иген культуралары, хуш еҫле бал һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Бынан тыш, байрам йәрминкәһендә сәнәғәт һәм эшкәртеүсе предприятиеларҙың да тауарҙары булды.
Байрамды алып барыусылар тыуған еребеҙҙең тарихы менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Ә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре төйәк иткән ҡалабыҙға арналған сағыу сығыштары менән сараға йәм өҫтәне.
Физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм район мәҙәниәт йорто залдарында таһылдар, батырҙар спорттың байтаҡ төрө буйынса ярыштарҙа ҡатнашты. Ә кис күк йөҙө байрам салюты уттарынан күҙҙе ҡамаштырғыс төҫтәрҙә балҡып, дәүләкәндәрҙең кәйефен тағы ла арттырҙы, йәшәгән ҡалалары өсөн ғорурлыҡ та уятты.