Алтындан ҡойолған ғүмер19.11.2014
Алтындан ҡойолған ғүмер Өләсәйем 1939 йылдың 15 нояб­рендә Әбйәлил районының Ишҡол ауылында ғаиләләге алты баланың иң кесеһе булып тыуған. Уның бала сағы, үҙе һөйләүе буйынса, яҙып ҡы­на аң­латып булмаҫлыҡ Бөйөк Ватан һу­ғы­шы осорона тура килә. Атаһы, ағаһы яуға алына, өйҙәге дүрт ҡыҙ әсә­ләре менән тороп ҡала. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, ағай кеше һуғышта башын һала, ә ғаилә башлығы, штаб шоферы булараҡ, бик һуңға ҡалып йортона ҡайта. Алған яралары оҙаҡ йәшәргә форсат бирмәй, Ғибәҙул­линалар терә­ген юғалта.
Һөнәре буйынса уҡытыусы ағала­рының изге эшен дауам итәбеҙ тип, 1953-1954 йылдарҙа Сәүҙә өләсәйем Йәүрә апайы менән бергә Темәс педагогия училищеһына башланғыс клас­тар курсына уҡырға инә. Унда ике йыл белем туплап өлгөрәләр, уҡыу йорто ябылыу арҡаһында күмәкләп Белорет ҡалаһындағы педучилищеға күсәләр. Уҡып бөткәс, өләсәйем хеҙмәт юлын ошо уҡ райондың Ҡалашты ауылында башлай. Өләсәйем дә 17 йәшендә, бер­ҙән-бер уҡы­тыусы булараҡ, баш­лан­ғыс класс уҡыусыларын бергә йыйып, белем бирергә йөрьәт итә. Ул саҡтағы мөғәл­лимә тормошон әле булһа иң яҡты хәтирәләр менән иҫкә ала.
Ҡулға диплом алғас, яңы мәктәп асыласаҡ тигән матур хыялдар менән эшкә килгән ҡыҙ иҫке өйҙә бер аҙ уҡытҡандан һуң, “Ни өсөн һаман яңы­һын төҙөмәйбеҙ?” тигән һорау ме­нән ауыл Советына бара. Баҡтиһәң, төҙө­лөшкә тәғәйен ағас Ғафури ра­йоны­нан килеп етмәгән була. Дәрт-дар­маны ташып торған йәш уҡытыусы ул ағасты алып килеү, “билет” юллау ке­үек мәшәҡәттәрҙе лә үҙе күтәреп сы­ға. Ике йыл эсендә Ҡалаштыла бы­намын тигән башланғыс мәктәп һалы­на.
Эш ошоноң менән генә тамамлан­һа ярай ҙа, бер көн өләсәйемде ауыл Советына саҡыртып, “Төҙөлөшкә аҡ­са ет­мәне, үҙеңә йәшереп алып ҡал­дың­мы?” тип ябырылалар. 20-һе лә тулмаған уҡытыусы аптырап ҡала, бындай хәл­де өнөндә түгел, төшөндә лә өнәмәҫ холҡо ҡаушап китә. “Юҡ, ни эшләп улай итә тей, барлыҡ аҡсаны мәктәпкә генә тотондоҡ бит”, – тип яуаплай ахырҙа. Ә ысынында иһә хәл былай була: төҙөлөш ваҡытында Ҡа­лашты ауылының ихлас халҡы йәш мөғәл­ли­мәгә ярҙам йөҙөнән йыш ҡы­на өмә­гә сығыр булған. Эш дәррәү һәм йылдам барғанлыҡтан, ауыл Советы бүлгән байтаҡ аҡса артып ҡала. Етәк­селәрҙең өләсәйемде шаяртып, һынап йә ҡурҡытып ҡарар өсөн генә шулай тип әйткәнлеге асыҡлана.
Белорет районында ике йыл эшлә­гәндән һуң Сәүҙә өләсәй тыуған Әб­йә­лиленә ҡайтып, Рауил, Ишҡол ауыл­да­рында белем биреүен дауам итә. 1961 йылда Ярлыҡап ауылы егете – олатайыбыҙ Рафил Баһауов­ҡа ке­йәүгә сыға. Уҡытыусыға ҡуш ҡуллап башланғыс кластарҙы тапшыралар. Ул заманда түләнмәгән, йәмә­ғәт эше һаналған вожатый вази­фаһын да күңел һалып башҡара – балаларҙы мандолинала нота буйынса уйнарға өйрәтә.
Олатайым – кинйә улдарҙың бе­ре­һе – ата-әсәһе менән бер йортта төп­ләнгән була. Өләсәйем иһә 100 йәшкә етеп барған ҡайныһы, ҡәйнәһе, ауырып түшәктә ятҡан ҡәйнеше менән бер ғаилә булып, яңы тормошҡа аяҡ баҫа. Тик малайҙар ғына тәрбиәләп үҫтергән ҡәйнәһен йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала. “Тыныс холоҡло, бер кешегә ауыр ҡа­ғылмаҫ, әммә шул уҡ ваҡытта маҡ­сатлы һәм түҙемле ине ул”, – ти өлә­сәйем. Ярлыҡапта тиҫтә йыл са­маһы уҡытҡас, урта мәктәп бөтө­рөлөү сәбәпле, 1972 йылда эшкә күрше Тал Ҡусҡары ауылына күсерелә. Уны за­вуч итеп тәғәйенләйҙәр, етәкселек тарафынан бынамын тигән торлаҡ та бирелә. Фиҙакәр хеҙмәте Башҡорт АССР-ының Почет грамотаһы менән билдәләнгән. Бөгөнгәсә ошо өйҙә, хә­ҙер инде үҙе ҡәйнә булып, кесе улы Рөстәм һәм килене Зөһрә менән ғүмер йомғағын һүтә. Сәүҙә өләсәй менән Рафил олатай биш балаға ғүмер би­реп, юғары белемле, һөнәр­ле, башлы-күҙле иткән, ейән-ейәнсәр­ҙәрен дә тәр­биәләшеп үҫтерешкән ихтирамға лайыҡ кешеләр. Миңә, ейән­сәр була­раҡ, уҡытыусылар династияһының өсөнсө быуынын дауам итеү бәхете тейҙе.
Үҙемде белә башлағандан алып өләсәйемдең уҡытыусы икәне аңыма һеңгән. Шул саҡтан уҡ: “Сәүҙә апай, беҙҙе уҡытҡанығыҙҙа…” – тип хәбәр ҡушҡандар күп булды. Беренсе сентябрь, һуңғы ҡыңғырау, хатта уның тыуған көнөндә лә күптән инде үҙҙәре уҡытыусы һәм башҡа һөнәр эйәләре булғандар килеп йә шылтыратып, ҡот­лау хаттары аша рәхмәт һүҙен еткергән ағай-апайҙар иҫәпһеҙ. Ысын уҡытыу­сы ғына шулай ғүмерлеккә иҫтә ҡалыр­лыҡ булалыр ҙа фиҙа­кәрлек емештәре лә шул саҡтарҙа күренә­лер.
Сәүҙә Әғзәм ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡ­ҡас та, ауыл тормошоноң бөтмәҫ-тө­кәнмәҫ мәшәҡәттәре араһында ҡай­ҙан­дыр ваҡыт, көс табып ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашырға, төплө тәр­биә бирергә лә өлгөрә. Бер ауылда, хатта бер урамда йәшәгәнлектән, атай-әсәйем ҡушҡан йомошҡа һыл­та­нып, ололарға килеп иркәләнеп, һый­ланып сығыу үҙе бер сағыу миҙ­гел ине. “Өләсәйҙәр сәй эсергә са­ҡы­ра”, “Мин олатайҙарға йоҡларға киттем” тигән һүҙҙәр әле лә йөрә­гем­дең иң түрендә йылы ауаз бирә, онотолмай.
Өйҙә беҙҙән бәләкәс ҡустылар дә­рес әҙерләргә ҡамасауламаһын өсөн, апайым менән атай-әсәй ҡушҡан эш­тәрҙе тиҙ генә тамамлап, портфел­дәрҙе йөкмәп “өләсәйҙәргә йоҡларға китәбеҙ”. Беҙ килеп ингәндә улар гел генә киске табынға ултырған була. Береһе – урмансы, икенсеһе уҡытыу­сы булып ғүмер юлын үткән оло­лар­ҙың ҡыҙыҡ, фәһемле, тормошсан хә­бәр-көләмәстәрен тыңлау бәхе­те күп тәтене беҙгә. Был сәйләүҙәрҙе тарих, тормош һабаҡтары дәрестә­ренә тиңләр инем.
Дәрес тигәндәй, миңә, ғәҙәттә, математика менән урыҫ теленән әҙер­ләнеү ҡыйыныраҡ бирелә ине, әл­бит­тә, эргәләге өләсәйҙән ярҙам һорайым. Ул, бик талапсан уҡытыусы булараҡ, белем серҙәрен миңә ен­текләп аңлата, мәктәптә бирелгәндән тыш тема буйынса башҡа һорауҙар биреп тикшереп нығытырға тырыша. Минең түҙмәй, илап та ебәргән саҡ­тарым иҫтә. Күҙ йәштәре аша төшөн­дөрөлгән тиҫтә-берәмектәр, ҡабатлау таблицаһы, грамматика әле булһа “автомат кеүек” хәтергә уйылған.
Беҙгә, ейән-ейәнсәрҙәренә, иман, әхлаҡ хаҡында һүҙҙе лә тап ул башланы. Алты-ете йәштә булған сағы­быҙҙа бергә еләк-емешкә, мал ҡа­ршыларға йө­рө­гәндә ҡыҫҡа сүрә­ләр­ҙе ятлатыр ине, ҡатын-ҡыҙ, таҙа­лыҡ, итәғәтлелек төшөнсәләрен дә ғүмер­лек итеп аң­латыуға өлгәште. Һуңға­раҡ, алты ейә­не үҫеп буй еткергәс, уларға физик һәм рухи тәрбиә биреү эшен дә һоҡланғыс итеп башҡарҙы. Картуф утау, себеш ҡарау кеүек ваҡ эштәр менән бер рәттән сүрә ятлау, тарих һөйләү буйынса бәйгеләр ҙә ойош­торҙо ул хатта. Ғөмүмән, Сәүҙә өлә­сәй менән Рафил олатай биргән ал­тынға бәрәбәр тормош дәрестәрен ғүмерҙә онотаһы түгел, ә бөгөнгө йәшә­йеше­беҙҙә ҡулланып, һағынып иҫкә алырға ғына ҡала. Бигерәк бер матур күренеш хаҡында әйтмәй булдыра алмайым: һәр иртә олатай ҙур тырышлыҡ менән радиоһын көйләр ине, беҙ апайым менән Башҡортостан гимнын тыңлап, уянып килеп тороуға өләсәй тәмле сәйҙәрен әҙерләп тә ҡуя, республика яңылыҡтары башла­ныуға инде – та­бын янындабыҙ. Их, әкиәт ҡосағында үткән ғәмһеҙ, бә­хетле, ҡабатланмаҫ бала сағым…
Ғүмеребеҙҙе кескәй саҡтан бөгөн­гәсә яҡтыртып, һәр кемебеҙгә рухи таяныс, өлгө булып торған ҡәҙерле­беҙ, үҙенең 75 йәшен билдәләгән өлә­сәйебеҙ Ғибәҙуллина Сәүҙә Әғзәм ҡыҙының алдағы тормошонда ла әле­геләй изге күңелле, иманлы, бар яҡлап та йомарт һәм һоҡланғыс булып ҡалыуын теләйбеҙ.


Вернуться назад