Шәхесте мыҫҡыл итеүме был?18.11.2014
Шәхесте мыҫҡыл итеүме был?
Ял көндәрендә баш ҡалала уҡып йөрөгән ҡыҙым янына барып ҡайттым. Ул Матбуғат йортонан әллә ни йыраҡ йәшәмәй, шуға ла был бина янынан йыш үтергә тура килә. Был юлы ла таныш юлдан киттем. Әммә Өфө тиклем Өфөгә килеп, етмәһә, Матбуғат йорто янында кәйефем ҡырылыр тип һис уйламағайным.


Шәхесте мыҫҡыл итеүме был?Эш шунда — Матбуғат йорто ҡар­шыһындағы һәйкәл эргәһенә ҙур сүп-сар һауыты ултыртып ҡуйғандар. Янында бер берәҙәк соҡсона, ағас араһындағы эскәмйәлә икенсеһе йоҡлап ята. Был нимә? Билдәле публицист, дәүләт эш­мәкәре Шәһит Хоҙайбирҙиндан көлөүме был? Йән әрнеткес күренеште урындағы хакимиәт күрмәйме икән ни? Һәйкәл янына фонтан да эшләй башлағандар, буғай. Ҡалған эшкә ҡар яуа тигәндәй, уныһы ла “хужаһыҙ”. Кипкән япраҡтар менән тулған. Юл плитәләре аҡтарылып ята.
Быларҙы, минеңсә, баш ҡала ҡунағы күреп, был хаҡта яҙып ултырырға тейеш түгел. Шулай ҙа өндәшмәй булдыра алманым.


Вернуться назад